Алленова Ольга Владимировна
Ольга Владимировна Алленова (рус. Алленова Ольга Владимировна; 1976 йылдың, Моздок, Төньяҡ Осетия АССР-ы[d]) — Рәсәй журналисы, «Чечня рядом. Война глазами женщины» (2008) һәм «Форпост. Беслан и его заложники» (2019) китабтары авторы[1].
Коммерсантъ нәшриәт йортоноң махсус хәбәрсеһе.
Матбуғат өлкәһендә «Искра» премияһы, Анна Политковская исемендәге «Камертон» премияһы[2], Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (2015)[3].
Биографияһы
Ольга Алленова 1976 йылда Төньяҡ Осетияның Моздок ҡалаһында тыуа.
Төньяҡ Осетия дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай.
1993 йылдан «Севрная Осетия» һәм «Слово» төбәк гәзиттәрендә штаттан тыш эшләй[4].
2000 йылдан «Коммерсант» нәшриәт йортоноң махсус хәбәрсеһе[5].
2011—2016 йылдарҙа «Сноб» проектында ҡатнаша.
2013 йылда «Новая газета» коллективы Ольга Алленованы «Камертон» премияһына тәҡдим итә. Алленова был награданың беренсе лауреаты була[2].
2015 йылда хәйриә эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләр серияһы өсөн киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рф Хөкүмәте премияһына лайыҡ була[6].
2019 йылда Individuum нәшриәтендә Алленованың «Форпост. Беслан и его заложники» китабы баҫылып сыға. Беслан һәм уның тотөондары, Бесландағы фажиғәгә һәм 15 йылдан һуң зыян күреүселәрҙең тормошона арналған. Китап «Әҙәбиәт» номинацияһында «Рәсәйҙә Эшләнгән»премияһының лонг-лисына ингән[7]. Шул уҡ йылда Юрий Дудьдың «Беслан " документаль фильмы сыға. Фильма Алленова төп эксперттарҙың береһе сифатында сығыш яһай.
Эшмәкәрлеге
Икенсе чечен хәрби низағы ваҡытында Ольга Алленова журналист булараҡ һуғыш зонаһында була.
"Норд-Ост"тағы терактты, Беслан ҡалаһындағы фажиғәне, Ингушетия, Көньяҡ Осетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Грузия, Абхазия, Әзербайжан һәм Таулы Ҡарабах ваҡиғалары тураһында яҙа.
Әлеге ваҡытта — "Коммерсантъ"нәшриәт йортоноң махсус хәбәрсеһе, «Православие и мир» порталы колумнисы.
2007 йылдың ғинуарында Ольга Алленова матбуғат өлкәһендә Ливандан эшләгән репортажы өсөн «Искра» милли премия лауреаты була.
2008 йылдың декабрендә Көньяҡ Осетиялағы хәрби хәрәкәттәр зонаһынан репортаждар серияһы өсөн «Россия православная» йәмәғәт хәрәкәте «Үҙ-үҙен ҡыҙғанмай хеҙмәт иткән өсөн» көмөш ордены менән бүләкләнә[8].
Наградалары һәм премиялары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ольга Алленова
- ↑ 1 2 Первую премию имени Политковской вручили спецкору «Коммерсанта». Lenta.ru (9 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2024.
- ↑ Ольга Алленова на сайте «Правмир»
- ↑ МАСТЕР-КЛАСС ОЛЬГИ АЛЛЕНОВОЙ 2020 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Такие дела. Алленова.
- ↑ «У нас очень мало журналистов, которые могут хорошо писать на эти темы». Коммерсантъ (11 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2024.
- ↑ Книга Ольги Алленовой «Форпост. Беслан и его заложники» номинирована на премию «Сделано в России». ОсНова.News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2022.
- ↑ Алленова
- ↑ Спецкорреспондент ИД
- ↑ награждена общественным движением «Россия православная» 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Новая газета. Премия. 2016 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Лауреаты премии Правительства Российской Федерации 2015 года