Алмере
Алмере | |
---|---|
нидерл. Almere | |
Флаг[d] | Герб[d] |
![]() | ![]() |
Почта индексы | 1300–1379 |
Башҡарма власть | college van burgemeester en wethouders of Almere[d] |
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала | Алмере[1] |
Этнохороним | Almeerder |
Хөкүмәт башлығы | Franc Weerwind[d] |
Майҙаны |
|
![]() | |
Һәйкәлдәр исемлеге | list of national monuments in Almere[d] и list of war memorials in Almere[d] |
![]() | |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Southern Flevoland[d] |
Административ үҙәге | Q111692010?[2] |
Сиктәш | Бларикюм[d], Эдам-Волендам[d], Хёйзен[d], Ватерланд[d], Зеволде[d], Лелистад[d], Гойсе-Мерен[d], Хорн[d], Амстердам[d] и Мёйден[d] |
Рәсми сайт | almere.nl (нид.) (инг.) |
Дәүләт | |
Число домохозяйств | 81 745[3] |
Халыҡ һаны | |
Административ-территориаль берәмек | Флеволанд[d][5] |
Хөрмәтенә аталған | Алмере[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Код WordLift | data.wordlift.io/wl01254… |
Нигеҙләү датаһы | 1976 |
Туғандаш ҡала | Кумаси[d], Ольборг, Ческе-Будеёвице, Милтон-Кинс, Векшё[d], Дмитров[d], Ланкастер, Рендсбург, Ольборг (коммуна), Тайнань[d] и Хаапсалу |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Маркермер[d], Эймер[d] и Gooimeer[d] |
Урындағы телефон коды | 036 |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | −3 метр |
info@almere.nl | |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | mayor of Almere[d] |
![]() |
Алмере (нидер. Almere) — Нидерландтың үҙәк өлөшөндә Флеволанд провинцияһында община һәм ҡала. Лелистад һәм Зеволде общиналары менән сиктәш. Алмере общинаһы Алмере Стад, Алмере Хавен, Алмере Бёйтен, Алмере Хаут, Алмере Порт (төҙөлә) һәм Алмере Пампус (проектлау стадияһында) райондарынан тора.
Алмере Нидерландта иң йәш ҡалаларҙың береһе. Уның беренсе йорто 1976 йылда төҙөлөп бөткән. Алмере 1984 йылда ғына айырым община була. Ул Флеволанд провинцияһында 183 270 ( 2008 йылдың 1 ғинуарына) халҡы менән иң ҙур община булып тора[6].
Географияһы
Алмере Флеволанд провинцияһының көньяғында урынлашҡан. Ул провинцияла иң көнбайыш община. Алмере көнбайышта һәм төньяҡта Маркермер күле, төньяҡ-көнсығышта Лелистад общинаһы, көнсығышта Зеволде общинаһы менән, шулай уҡ көньяҡта Гоймер күле менән сиктәш. Алмере алты райондан тора, шуларҙың өсәүһе реконструкциялана.
Район | Барлыҡҡа килеү йылы | Хәле |
---|---|---|
Алмере Хавен | 1976 | |
Алмере
Стад |
1980 | |
Алмере Бейтен | 1984 | |
Алмере Хаут | 1991 | |
Алмере Поорт | 2000 | |
Алмере Пампус |
Тарихы
XII—XX быуаттарҙа буласаҡ Алмере общинаһы биләмәһендә Төньяҡ диңгеҙҙең Зёйдерзее ҡултығының көньяҡ өлөшө ятҡан, ул 5000 км² Нидерланд биләмәһе эсенә инеп торған. Һуңынан был биләмәләрҙә - сөсө һыулы Эйсселмер күле булған[7]. 1975 йылда «Зёйдерзее» проекты сиктәрендә бер өлөшө киптерелгән һәм буласаҡ Алмере общинаһының үҫеше башланған. Уның беренсе йорто 1976 йылда тамамланған 1984 йылда Алмере айырым община була. Общинаны бургомистр етәкләй.
Ҡала 1970 йылда проектлана, шуға күрә тәүге йорттар функционализм рухында һәм социаль айырманы бөтөрөүҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Ҡалала «Алмере Сити» (элекке «Омниворлд») футбол клубы бар.
Административ-территориаль бүленеше
Община 6 районға бүленгән, дөйөм алғанда Алмерела 183 270 кеше йәшәй (2008 йылдың 1 ғинуарына).
Район | Халҡы (2007) |
---|---|
Алмере Хавен | 507 22 |
Алмере Стад | 261 105 |
Алмере Бёйтен | 751 51 |
Алмере Хаут | 1345 |
Алмере Порт | 134 |
Алмере Пампус |
Демографияһы
Алмере Хавен | Алмере Стад | Алмере Бёйтен | Алмере Хаут | Алмере Порт | Дөйөм алғанда | |
---|---|---|---|---|---|---|
1970 | 52 | |||||
1975 | 47 | |||||
1980 | 6596 | 6632 | ||||
1985 | 410 21 | 240 17 | 1559 | 40 297 | ||
1990 | 355 22 | 024 37 | 499 11 | 71 087 | ||
1995 | 376 22 | 816 58 | 740 22 | 564 | 496 104 | |
2000 | 237 22 | 934 83 | 290 35 | 336 1 | 797 142 | |
2005 | 590 22 | 560 103 | 358 47 | 1366 | 175 008 | |
2009[8] | 382 22 | 115 107 | 54 228 | 1 097 | 370 | 827 185 |
Урындағы үҙидара органдары
Алмере муниципаль берәмек булып тора. Ҡала үҙидараһының вәкәләтле органы булып муниципаль совет тора. Советтың 39 ағзаһы дүрт йылға бер һайлана. Һайлауҙарҙа бөтә өлкән халыҡ ҡатнаша ала (теләһә ҡайһы гражданлыҡ менән), тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн Алемерела 5 йыл йәшәү цензы ҡуйылған. Урындағы үҙидараның башҡарма органы булып башҡарма совет тора, ул бургомистр һәм Администраторҙар советы тарафынан ойошторола. Һуңғыһы муниципаль советҡа һайлауҙарҙа еңеү яулаған партиялар коалицияһы тарафынан формалаша. Алмереның Администраторҙар советында — 4 кеше[9].
Транспорты
Алмере ҙур автотранспорт һәм тимер юл үҙәге. Ҡала аша A6 һәм A27 автострадалары үтә. 1987 йылда Алмере тимер юлдарҙың милли селтәренә тоташтырылған (nl:Nederlandse Spoorwegen), 1988 йылда тулыһынса Флеволейн тимер юл тармағын төҙөү тамамлаған (nl:Flevolijn), ул Лелистад һәм Алмерены Весп станцияһы (nl:Weesp Station) менән тоташтыра.
Алмере муниципалитетында — биш тимер юл станцияһы:
- Almere Muziekwijk (1987 йылда асылған)
- Алмере Сентрум (1987 йылда асылған)
- Almere Parkwijk (1996 йылда асылған)
- Алмере Бейтен (1987 йылда асылған)
- Almere Oostvaarders (2004 йылда асылды).
Алтынсы станция — Алмере Портты өс йылдан асыу планлаштырыла.
Бынан тыш, Алмеренан Хилверсюм, Зеволде, Хардервейк ҡалаларына, Амстердам аэропорты Схипхол һәм Амстердамдың Амстел тимер юлы станцияһына ҡала-ара автобус юлдары йөрөй.
Ҡала транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алмереның транспорт инфраструктураһы уның велосипедсылар (айырым велосипед юлдарын индереп), автомобиль йөрөтөүселәр һәм автобус (автобус хәрәкәте өсөн айырым һыҙыҡтар) пассажирҙары өсөн инфраструктураға бүленеүе менән иғтибарға лайыҡ.
10. Алмерела ҡала райондарын хеҙмәтләндереүсе 10 автобус линияһы бар:
- 1 Алмере Бёйтен Stripheldenbuurt - Almere Haven de Marken
- 2 CS Almere - Gooisekant
- 3 Almere de Vaart - Almere Haven Centrum
- 4 CS Almere - Almere Poort Columbuskwartier
- 5 Almere Oostvaarders - Almere Busstation 't Oor
- 6 CS Almere - Almere Parkwijk
- 7 Almere Noorderplassen - Almere Sallandsekant
- 8 CS Almere - Kemphaan
- 9 Алмере Бёйтен - Алмере de Vaart
- 10 Алмере Бёйтен- Алмере Стад Gooisekant
Туғандаш ҡалалар
Алмере түбәндәге ҡалалар өсөн туғандаш:
Ольборг, Дания
Ческе-Будеёвице, Чехия
Хаапсалу, Эстония
- Ҡалып:Флаг Ганы Кумаси, Гана
Ланкастер, Бөйөк Британия
Милтон-Кинс, Бөйөк Британия
Рендсбург, Германия
Векшё, Швеция
Дмитров, Рәсәй[10]
Билдәле кешеләре
- Angerfist (Дэниел Мэсслинг; 1981 йылдың 20 июнендә тыуған) габбер- музыкант булараҡ билдәле
- Буве Петер (1957 йылда Ставерденда тыуған) — нидерланд футболсыһы һәм тренеры. 2007 йылдың 1 июленән Алмер ҡалаһынан «Омниворлд» клубының баш тренеры
- Мадуро Хедвигес (1985 йылда Алмерҙа тыуған) — профессиональ нидерланд футболсыһы, «Валенсия» һәм Нидерланд йыйылма командаһының ярым һаҡсыһы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Woonplaatsen in Nederland 2021
- ↑ https://repository.overheid.nl/frbr/sgd/19871988/0000103024/1/pdf/SGD_19871988_0005120.pdf — 1987.
- ↑ waar staat je gemeente.nl
- ↑ Kerncijfers wijken en buurten 2021 — 2021.
- ↑ https://gemeentegeschiedenis.nl
- ↑
- ↑
- ↑ Aantal Almere inwoners gemeente(недоступная ссылка), Almere Gemeente, 2009 januari 1 (недоступная ссылка — история)
- ↑
- ↑ Internationalisering . De gemeente Almere. almere.nl. 2016 йылдың 7 август көнөндә архивланған.