Аляев Юрий Геннадьевич
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
---|---|
Эш урыны | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 24 март 1942 (83 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | ғалим |
Тыуған урыны |
Аляев Юрий Геннадьевич (24 март 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәй урологы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы (2002), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (2014).
Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының Почетлы урология кафедраһы мөдире (Сеченов университеты). Рәсәй урологтары йәмғиәтенең рәйесе, «Урология» журналының баш мөхәррире, диссертация советы рәйесе (0208.040.11).
Ю. Г. Аляев етәкселегендә һәм уның ғилми консультацияһы ярҙамында 76 (30 докторлыҡ һәм 46 кандидатлыҡ) диссертация яҡланған. Үҙ фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
Иҫ киткес хирург, 1973 йылда Рәсәйҙә бөйөргә торакоабдоминаль инеү юлы таба һәм ҡулланыуға индерә, беренсе булып бөйөрҙә яман шеш булғанда, контралатераль органы һау пациентҡа органды һаҡлаусы операциялар ҡуллана башлай, 2009 йылдан башлап Рәсәйҙә беренсе булып бөйөргә операция ваҡытында 30-технологиялар эшләй һәм индерә, бөйөр резекциялары төрҙәре классификацияһын булдыра.
Һәләтле педагог — студенттарға даими лекциялар уҡый, белемде камиллаштырыу маҡсатында уҡыу буйынса әүҙем эш алып бара, модулле уҡытыу инициаторы һәм ойоштороусыһы, Рәсәй «Урология» клиник тәҡдимдәр авторы.
Биографияһы
1942 йылдың 24 мартында Пенза өлкәһендә тыуған.
1965 йылда Башҡортостан медицина институтын отличие менән тамамлай, артабан, 1965 йылдан 1967 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында хирург булып эшләй.
1973 йылда — Ю. А. Пытель етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, темаһы: «Бөйөрҙәрендә яман шеш булған ауырыуҙарҙа оператив инеү юлын топографо-анатомик һәм клиник баһалау», аҙаҡ Мәскәүҙә 20-се ҡала клиник дауаханаһында ике йыл ординатор булып эшләй.
1975 йылдан — ассистент, 1984 йылдан — И. М. Сеченов.исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтының урология кафедраһы доценты.
1989 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, темаһы: «Расширенные, комбинированные и органосохраняющие операции у больных раком почки».
1991 йылда И. М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһының урология кафедраһы профессоры исеме бирелә.
1998 йылда урология кафедраһы мөдире вазифаһында Ю. А. Пытелде алмаштыра.
2002 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
2011 йылдан И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина академияһының ректоры, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, профессор П. В. Глыбочко инициативаһы буйынса ойошторолған Уронефрология һәм кешеләрҙең репродуктив һаулығы ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе.
2014 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
2019 йылда Европа урологтар ассоциацияһының Генераль ассамблеяһы ҡарары буйынса Европа урологтар ассоциацияһының Почетлы ағзаһы исеменә лайыҡ була.
Фәнни эшмәкәрлеге
Урология өлкәләрендә белгес.
Беренселәрҙән булып һәм урологтарҙан берҙән-бер 62 ауыр хәлдәге ауырыуға барооперация бүлмәһендә операция яһай (2-4 атмосфера баҫымы шарттарында).
1483-тән ашыу ғилми баҫма авторы, улар араһында 61 баҫма, 14 монография, 42 китап һәм уҡыу-методик ҡулланма, медицина юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 5 дәреслек «Урология» һәм «Иллюстрированный практикум по урологии», 20 патент. 11 уйлап табыу, шулай уҡ «Способ обезболивания при эмболизации почечной артерии» рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дуҫлыҡ ордены (2008 йыл)[1]
- Почет ордены (2016)[2]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)[3]
- «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (2002)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 07.10.2008 № 1451 . kremlin.ru. Дата обращения: 2019-9-24.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11.06.2016 № 282 . kremlin.ru. Дата обращения: 2019-9-23.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10.03.2004 г. № 338 • Президент России . kremlin.ru. Дата обращения: 2019-9-22.
Һылтанмалар
- Профиль Юрия Геннадьевича Аляева РФА рәсми сайтында
- Аляев Юрий Геннадьевич (неопра.). sechenov.ba. 15 сентябрь датаһы 2019 мөрәжәғәте.
- YouTube сайтында Аляев Юрий Геннадьевич, член-корреспондент РАМН, профессор, д.м.н.
- Мәскәү дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- 24 мартта тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Почёт ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Пенза өлкәһендә тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр