Аляска ҡултығы

Аляска ҡултығы (ингл. Gulf of Alaska)[1] — Аляска ярымутрауы яр буйы һәм көнбайышта Кадьяк утрауынан көнсығышта Александр архипелагына тиклем һуҙылған һыҙат менән сикләнгән Тымыҡ океан ҡултығы.

География

Максималь тәрәнлеге — 5659 м. Бихисап бухталар һәм эстуарийҙар бар. Төп порттары: Сьюард, Принс-Руперт (Канада).

Ҡултыҡ яр буйҙаәры ныҡ йырғыланған, ярҙарында урмандар, тауҙар һәм боҙлоҡтар менән ҡапланған. Һуңғылары араһында Төньяҡ Америкала иң ҙур үҙән боҙлоғо — Хаббард боҙлоғо бар.

Аляска ҡултығында углеводород ятҡылыҡтары табылған.

1980 йылдан ҡултыҡтың төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ өлөшөндөге күп кенә яр буйы утрауҙары Аляска диңгеҙ милли ҡурсаулығына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Карта США, ГУГК, 1988 год