Андреев Александр Георгиевич
Андреев Александр Георгиевич (2 июль 1961 йыл) — Баҡалы районы хакимиәте башлығы (2005—2023). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006). Салауат Юлаев (2021), Халыҡтар дуҫлығы (2023) ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1] (2023 йылдан).
Биографияһы
Александр Георгиевич Андреев 1961 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Холодный ключ ауылында тыуа[2]. 1979—1981 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 Баҡалылағы «Райагропромстрой» производство төҙөлөш берекмәһендә водитель булып башлай. 1990 йылда Октябрьский ҡалаһында Коммуналь-төҙөлөш техникумынан техник-төҙөүсе һөнәрен алып сыға. Артабан эш башлаған ойошмаһында мастер-төҙөүсе (1989—1991), тимер-бетон полигоны прорабы (1991—1998), баш инженер (1998—1999) була. 1999 йылдан 2001 йылға тиклем — Баҡалы районының Баҡалы ауыл советы хакимиәте башлығы. Һуңынан 2005 йылғаса Баҡалы районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары. Шул йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белем алып, инженер һөнәренә эйә була (2003). 2005—2023 йылдарҙа — Баҡалы районы хакимиәте башлығы. Ошо осорҙа икенсе юғары белем ала — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын юрист һөнәре буйынса тамамлай (2016)[2]. 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе[1].
Ғаиләһе
Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2011)
- «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2019)
- Салауат Юлаев ордены (2021)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2023)[2]