Ануфриев Владимир Борисович
Владимир Борисович Ануфриев (1983 йылдың 29 марты, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — финансист, сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2017 йылдан «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәткәрҙәр менән идара итеү һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].
Биографияһы
Ануфриев Владимир Борисович 1983 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлаған, юғары белемде Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтында «Финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса алған[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2001 йылда Стәрлетамаҡтағы «Сода» асыҡ акционерҙар (рус.)баш. йәмғиәтендә бухгалтер булып башлай. Артабан шул уҡ предприятиела әйҙәүсе иҡтисадсы, социаль үҫеш хеҙмәте начальнигы, баш бухгалтер урынбаҫары була. 2011 йылдан — директорҙың иҡтисад һәм финанстар буйынса урынбаҫары, 2014 йылдан — «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте директорының ойоштороу һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса урынбаҫары[2].
2017 йылдан — хеҙмәткәрҙәр менән идара итеү һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директор[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы 4-се һәм 5-се саҡырылыш советы депутаты, советтың Бюджет, һалымдар, иҡтисади үҫеш, милек һәм инвестиция (рус.)баш. сәйәсәте мәсьәләләре буйынса даими комиссияһы ағзаһы була[4][5][6].
- 2023 йылдың 10 сентябрендәге Берҙәм тауыш биреү көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 24-се Ольхов һайлау округы буйынса һайлаусыларҙың 55,81 процент тауышын йыйып, Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына депутат итеп һайлана[7]. Парламенттың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты[8], Электрон системаны ҡулланып тауыш биреүҙе контролләү комиссияһы ағзаһы[9][10] һәм «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан Республика бүлексәһенең Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы[2].
Ғаиләһе
- Өйләнгән, ике ҡыҙ атаһы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Ануфриев Владимир Борисович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Депутаты КПРФ РБ. Ануфриев Владимир Борисович. Башкирский республиканский комитет КП РФ. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ Руководство. Ануфриев Владимир Борисович – директор (по управлению персоналом и общим вопросам). Акционерное общество «Башкирская содовая компания». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Ануфриев Владимир Борисович. Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ Итоги выборов депутатов совета городского округа город Стерлитамак пятого созыва. Совет городского округа город Стерлитамак. Официальный сайт (16 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ Решение «О результатах выборов депутата Совета городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан пятого созыва по одномандатному избирательному округу № 3». Территориальная избирательная комиссия городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан (14 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ В Стерлитамаке состоялось вручение удостоверений зарегистрированным депутатам. Вестник Центральной избирательной комиссии Республики Башкортостан (15 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ Комиссия по контролю за ходом голосования с использованием электронной системы. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
- ↑ Постановление «О Комиссии Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по контролю за ходом голосования с использованием электронной системы». Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2026).
- Вестник Центральной избирательной комиссии Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2026).
- Акционерное общество «Башкирская содовая компания». Официальный сайт. 13.06.2018. Завершилось голосование за лучшие проекты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2026).