Арбелоа Альваро

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
исп. Álvaro Arbeloa
Гражданлығы
Спорт төрө Футбол
Командалағы уйын позицияһы защитник
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Álvaro Arbeloa Coca
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по футболу 2010[d], Кубок конфедераций 2009[d], Футбол буйынса 2008 йылғы Европа чемпионаты[d] и Чемпионат Европы по футболу 2012[d]
Количество голов за карьеру 0[1]
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Һөнәр төрө футболсы
Лигала уйнай Английская Премьер-лига[d]
Фолловерҙар һаны 5 952 327
Спортта ил өсөн сығыш яһай
Әүҙемлек осороноң башланыуы 17 октябрь 2004 — наст. время
Бейеклеге/буйы 184 сантиметр
Туған тел Испан теле
Ауырлығы 78 килограмм
Спорт командаһы ағзаһы Реал Сарагоса[d]
Рәсем
Тыуған көнө 17 ғинуар 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][…] (42 йәш)
Число сыгранных матчей/спортивных стартов 1[1]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Альваро Арбелоа Кока (исп. Álvaro Arbeloa Coca; 17 ғинуар 1983 йыл, Саламанка) — Испания футболсыһы, ҡапҡасы.

«Реал Мадрид»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альваро йәштән үк Мадридтың «Реал» клубына алына һәм ул ваҡытта Рафаэль Бенитес етәкселегендәге үҫмерҙәр командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Ваҡыт үтеү менән ул төп һәм резерв командалар составының даими уйынсыһына әүерелә, ике тапҡыр төп составта уйнай, әммә унда нығынып китә алмай.

«Депортиво Ла-Корунья»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылдың 24 июлендә «Депортиво Ла-Корунья» командаһына күсенә, был трансферҙы даими уйнарға теләүе менән аңлата.

«Ливерпуль»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тиҙҙән ул «Ливерпуль» клубының иғтибарын йәлеп итә һәм 2007 йылдың 31 ғинуарында инглиз клубына күсә. Килешеү суммаһы 2,5 миллион £ тәшкил итә, уның 50 процентын «Реал» ала. «Ливерпулдәге» дебюты 10 февралдә «Ньюкасл»ға ҡаршы ҡаршы матчта үтә, уйын инглиз командаһының еңелеүе менән тамамлана. Альваро был осрашыуҙа Джермей Пеннантаны алмаштыра. Ләкин уның ысын дебюты тип 21 февралдә Чемпиондар лигаһының 1/8 сиктәрендә үткән «Ноу Кампта» «Барселона»ға ҡаршы уйын һанала. Арбелоа был уйында старт составында старт позицияһында һул һаҡсы позицияһында сыға. Уның туранан-тура бурысы хужаларҙың Лионель Мессиһын ҡаплау була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, трофейҙың ғәмәлдәге эйәләре иҫәпте беренсе булып аса (ингән туп өсөн ғәйеп Арбелоаға һалына), «Ливерпуль» һөҙөмтәлә ике гол индерә еңеү яулай.

2007 йылдың 7 апрелендә Арбелоа «Ливерпуль» өсөн беренсе голын индерә («Рединг» ҡапҡаһына) шуның арҡаһында ун дүрт йыл ярым «Ливерпулдең» рәсми матчта айырылып торған, шул уҡ ваҡыт эсендә Премьер-лигала гол индергән икенсе кеше булараҡ, икенсе һанлы футболкаһында йөрөй. 1992 йылдың 16 декабрендә Майк Марш Лигалар кубогының дүртенсе раунды переигровкаһында «Кристал Пэлас» ҡапҡаһына гол индерә, ә быға тиклем ике аҙна элек (1992 йылдың 28 ноябрендә) ул Премьер-лига сиктәрендә шул уҡ клубҡа гол индергән була.

2007/08 йылдар миҙгеле алдынан Альваро «2» һанын команданан Крэйг Беллами киткәндән һуң «17» һанына алмаштыра.

«Реал Мадрид»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009/10 йылдар миҙгелендә «Реал»ға ҡайта. 2013 йылдың 27 ноябрендә Чемпиондар лигаһының төркөм этабының 5-се турында «Галатасарай» командаһына гол индерә.

2016 йылдың 8 майында Сантьяго Бернабеуҙа Испания чемпионатының 37-се турында «Валенсия»ға ҡаршы уйында «Реал» өсөн һуңғы матч үткәрә.

«Вест Хэм»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың 31 авгусында Арбелоа «Вест Хэм Юнайтед» менән бер миҙгелгә генә килешеү төҙөп, Премьер-лигаға ете йылға беренсе тапҡыр кире ҡайта.

Карьераһының тамамланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Футболсы карьераһын тамамлауы тураһында 2017 йылдың 24 июнендә 34 йәшендә иғлан итә.

« «Время попрощаться. Физически я был готов продолжать играть. Мадрид — клуб моей жизни, я никогда не буду звонить им и просить работу, но всегда готов выслушать предложения», — ти Альваро »
« «Многие просили меня продолжать карьеру, говоря, что я по-прежнему нахожусь в хорошей форме, но дело не в этом. Для меня футбол — это сражения изо дня в день, нужно биться в каждом матче и на каждой тренировке.

Возможность продолжить карьеру в Китае или США меня не интересует. Пришло время закончить, потому что я не хочу „доигрывать“. Я всегда думал, что буду продолжать играть до тех пор, пока меня держат ноги, но в конце концов всё упёрлось в психологию и мотивацию. Прошлый сезон получился не таким, как я хотел, поэтому нужно быть честным с самим собой»

»

Йыйылма командалағы карьераһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылдың 27 мартында Альвароның Испания милли йыйылма командаһында дебюты була. Итальяндарға ҡаршы иптәштәрсә матчтың 73-сө минутында Арбелоа Серхио Рамосты алмаштыра. Уйын испандар файҙаһына 1:0 иҫәбенә тамамлана. Арбелоа Испания йыйылма командаһы өсөн бөтәһе 56 уйын уйнай, уның составында ике тапҡыр Европа чемпионы (2008, 2012) һәм Донъя чемпионы (2010) була. 2014 йылдың майында Донъя чемпионатында (2014) ҡатнашыусы футболсыларҙың киңәйтелгән исемлегенә инмәгәс, үҙ иленең командаһы өсөн сығыштарын тамамлауы тураһында белдерә[4].

Карлота Руисҡа өйләнгән, балалары: ҡыҙы Альба (26.04.2010) һәм улы Рауль (16.05.2013).

Испания йыйылма командаһында

  • Европа чемпионы (2): 2008, 2012
  • Донъя чемпионы: 2010

«Реал Мадрид»

  • Испания чемпионы: 2011/12
  • Испания кубогы (2): 2010/11, 2013/14
  • Испания Суперкубогы эйәһе: 2012
  • УЕФА-ның Чемпиондары лигаһы еңеүсеһе (2): 2013/14, 2015/16
  • УЕФА суперкубогы эйәһе: 2014
  • Донъяның Клуб чемпионаты еңеүсеһе: 2014