Арҙаҡты (һырт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Арҙаҡты
Характеристики
Оҙонлоғо30 км
Киңлеге8 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге762 м
Урынлашыуы
54°29′56″ с. ш. 58°38′10″ в. д.HGЯO
Ил
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Арҙаҡты

Арҙаҡты (Әрҙәкте) — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрйән районы буйлап Кесе Нөгөш йылғаһы тамағынан Берәтәк йылғаһы (Нөгөш йылғаһы ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 30 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, абсолют бейеклеге 762 м (Ҡарағай Маяҡ тауы). Һыртта бейеклеге 500—762 м булған 9 түбә айырылып тора. Төньяҡ өлөшө тар, битләүҙәре текә, яҫы түбәле Маяҡ тауы (абсолют бейеклеге 757 м) айырыла. Көньяҡ өлөшө оҙонлоғо 2—6 км, бейеклеге 300 м ашыу булған 5 ваҡ һырттан тора.

Рельефының йырғыланыу тәрәнлеге төньяҡ өлөшөндә яҡынса 300 м, үҙәк өлөшөндә — 350 м, көньяҡ өлөшөндә — 250 м. Йылға үҙәндәре (тәрәнлеге яҡынса 200 м) А. меридиональ һәм киңлек йүнәлешендә киҫә, сикләнгән тәрән соҡорҙары бар. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора.

Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: көнбайыш битләү итәктәрен киң япраҡлы имән һәм йүкә, көнсығышын — ҡарағай ҡатыш ҡайын, саған, йыла урмандары биләй, ҡарағас осрай. Үҙәк өлөшөндә йылайүкә, өҫкө өлөшөндә имән-йүкә-ҡайын урмандары үҫә.

Һырттың көньяҡ өлөшө “Алтын Солоҡ” заказнигына инә. Исеме “арҙаҡлы” һүҙенән алынған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]