Кесе Нөгөш
Кесе Нөгөш (рус. Малый Нугуш') — Башҡортостандағы йылға. Оло Нөгөш йылғаһының һул ҡушылдығы[1]. Ул Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһе буйлап аға.
Башланған урыны — йылға Йүрмәтау һыртының көнбайыш битләүенән, Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан төньяҡҡа табан 4 километрҙа башлана[2].
Төньяҡтан көньяҡҡа табан шул уҡ район биләмәһе буйлап, көслө ағымлы Танасыҡҡҡан йылғаһы тамағынан көньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Оло Нөгөш йылғаһына уның тамағынан 145 километр алыҫлыҡта, Ғәлиәкбәр ауылына бер километр етмәй ҡоя. Уның юлында кеше йәшәгән тораҡ пункттар юҡ.
Оҙонлоғо — 46 километр.
Бассейн майҙаны — 306 кв. км.
Шишмәләрҙән, ямғыр, ҡар һыуҙарынан туҡлана.
Тамағында йыллыҡ уртаса һыу миҡдары — 1,3 м3/с.
Һыу бассейны рельефы тәпәш тауҙарҙан тора.
Кесе Нөгөш көлһыу тупраҡта үҫкән ҡатнаш урман массивы буйлап аға. Йылға буйы ландшафтының 79 проценты урман. Уға әллә ни ҙур булмаған, әммә ярайһы уҡ көслө ағымлы тау йылғаһы Ярыу һул яҡтан килеп ҡушыла[3].
Бөрйән районы Аҫҡар ауылы халҡы өсөн был йылға бик мөһим объект булып тора, сөнки ауылға һыуҙы Кесе Нөгөштән алалар. Халыҡтың һыуға булған ихтыяжын тәьмин итеү маҡсатында, йылға ауылдан алыҫ булмаған урында быуылған. Ауылдың икенсе яғынан Оҙон Ялан йылғаһы аға, һәм ул ауыл уртаһында Кесе Нөгөш йылғаһына килеп ҡушыла. Был ике йылға һыуын Аҫҡар халҡы шәхси техникаһы менән ташып эсә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге (баш.). — Өфө РБ: Башкирское книжное издательство, 1980. Т.5 000 экз. 72-се б..
- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/88989/
- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/88989/
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кесе Нөгөш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. Өфө. Башкирское книжное издательство. 1980. Т.: 5 000 экз. С.:200.