Асланова Маргарита Семёновна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Ғилми исеме профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
СССР дәүләт премияһы Сталин премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
Һөнәр төрө химик
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 23 июнь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Ерләнгән урыны
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 1984
Ғилми етәксе Исаак Ильич Китайгородский[d]
Тыуған урыны

Асланова Маргарита Семеновна (1910—1984) — силикат производствоһы өлкәһендә эшләгән совет ғалимы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Сталин премияһы лауреаты.

1910 йылдың 10 23 июнендә) Мәскәүҙә тыуған.

1934 йылдан башлап дәүләт эксперименталь быяла институтында тәүҙә махсус техник быяла бүлегендә, аҙаҡ быяла сүс етештереү өсөн быяланы синтезлау төркөмөндә эшләй.

1941 йылда «Исследование основных физико-технических свойств волокна, нитей и тканей из стекла» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1943 йылдың октябренән Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһының (ЦНИЛ) физик-химик лабораторияһы етәксеһе, 1946 йылдан алып — быяла сүс Бөтә Союз фәнни тикшеренеү институтында.

1955 йылда «Физико-химические свойства механических, электрических и адгезионных свойств стеклянных волокон» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Профессор (1960).

1956 йылдан — быяла пластика һәм быяла сүс Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының (ВНИИСПСВ) бүлек мөдире, 1974 йылдан — баш химигы һәм ғилми эш буйынса директор урынбаҫары.

1984 йылда вафат була. Москвена Кунцево зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Социалистик Хеҙмәт Геройы (СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 13 авгусындағы указы) — химия фәне үҫешендә ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ ғилми-педагогик эшмәкәрлеге өсөн.

2. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1941) — өҙлөкһөҙ быяла сүстән иләнгән еп һәм туҡыма етештереүҙең сәнәғәт ысулын уйлап тапҡаны өсөн.

3. СССР дәүләт премияһы

4. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

5. СССР-ҙың почетлы химигы.

6. Ике Ленин ордены (17.6.1961; 13.8.1980

7. Октябрь Революцияһы ордены (12.8.1976)

8. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.5.1965; 24.12.1970)

9. «Почёт Билдәһе» ордены (23.6.1951)

10. миҙалдар

Асланова Маргарита Семёновна. «Герои страны» сайты.