Ахтырҡәләмов Фәтих Ахтырҡәләм улы
Ахтырҡәләмов Фәтих Ахтырҡәләм улы (1899 йыл, Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы Иҫке Салдау ауылы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1], гвардия ҡыҙылармеецы, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы кавалеры[2].
Биографияһы
Ахтырҡәләмов Фәтих Ахтырҡәләм улы 1899 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Иҫке Салдау ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылда Тәтешле район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы пекарняһында икмәк баҫыусы булып хеҙмәт итә[1][2].
1944 йылда «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. Ахтырҡәләмов Фәтих Ахтырҡәләм улының ҡаһарман хеҙмәте тураһында Наградлау ҡағыҙында ошондай юлдар бар:
| Дивизияның Чернигов, Мозырь, Калинковичи, Любдин ҡалаларына хәрби һөжүм итеү хәрәкәттәре ваҡытында, иптәш Ахтырҡәләмов Ф. А. ПАХ бүлексәһенең ҡамыр баҫыусы вазифаһында эшләп,теләһә ниндәй шарттарҙа ла сифатлы икмәк бешерҙе һәм бер генә тапҡыр ҙа брак яһаманы, һәм һәр ваҡыт икмәктең сифатын кәметмәйенсә билдәләнгән ондоң икмәк итеп бешергәндән һуң ауырлығы артыу процентын кәметмәне. Ул ҡамыр баҫыусы-икмәк бешереүсе эшендә генә түгел, ялан мейестәре төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашты[1]. |
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Шаймуратовцы. АХТЫРКАЛЯМОВ (Ахтаркалямов) Фати(ы)х Ахтаркалямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Память народа. Ахтыркалямов Фатых (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)