Ацтек империяһы

Ацтек империяһы (рус. Ацтекская империя) — XIV—XVI быуаттарҙа Үҙәк Америкала ацтектар тарафынан булдырылған дәүләт. Империя үҙ эсенә хәҙерге Мексиканың үҙәк өлөшөн ала.

Ацтектар империяһы шулай уҡ Өс яҡлы альянс, Мексика империяһы йәки Теночка империяһы тип тә атала. Өс яҡлы союз Аскапоцалько ҡалаһы һәм уның ҡарамағындағы провинциялар араһындағы граждандар һуғышы барышында еңеп сыҡҡан ҡәбилә төркөмдәренән ойошторола. Империяның тәүге концепцияһы өс үҙаллы идаралы ҡала-дәүләттәр союзы тип ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, Теночтитлан тиҙ арала хәрби яҡтан өҫтөнлөк итә башлай.

Ацтектарҙың был альянсы баҫып алыу һуғыштары алып бара һәм барлыҡҡа килгәндән һуң бик тиҙ киңәйә. Тиҙҙән союз үҙәк Мексиканың ҙур өлөшөн, шулай уҡ Мезоамерика сиктәрендәге Соконочко провинцияһын (хәҙерге Гватемаланың сиге эргәһендәге ацтектар эксклавы) контролдә тота. Яңы территорияларҙы баҫып алғандан һуң, ацтектар, әгәр улар союзға ярты йыллыҡ яһаҡ түләргә, шулай уҡ, союздың хәрби хәрәкәттәре өсөн кәрәк булғанда, егеттәрҙе һәм ир-егеттәрҙе ацтек армияһына һуғышырға ебәрергә ризалашһа, яуланған ҡалаларҙың хакимдарын власта ҡалдыра. Үҙ сиратында, ацтек империяһы властары баҫып алынған территорияларҙа яҡлауҙы һәм сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итә һәм унда берҙәм, үҫешкән иҡтисади система булдырыуға булышлыҡ итә. 1519 йылда испандар килгәнгә тиклем союз ерҙәре ғәмәлдә Теночтитлан хакимлығы аҫтында була, шул уҡ ваҡытта альянстың башҡа союздаштары ярҙамсы ролде үҙ өҫтөнә ала.

Ацтек империяһы территориаль, сәйәси һәм иҡтисади яҡтан Мезоамериканың үҙәк өлөшөндә мөһим субъект була.

Империяның дәүләт дине политеистик булған, йәғни ацтектар тиҫтәләгән илаһтарға табынған. Баҫып алынған провинцияларҙағы кешеләргә, әгәр улар урындағы пантеондарында аллаһ Уицилопочтлиға табынһа, үҙ дини традицияларын һаҡлап ҡалырға һәм ирекле дауам итергә рөхсәт ителә.

1521 йылда империя Эрнан Кортес етәкселегендәге испан конкистадорҙары тарафынан юҡ ителә.

Этимологияһы

Ацтектар империяһының исеме уны булдырған халыҡтан — ацтектарҙан килеп сыҡҡан. Үҙ сиратында, «ацтек» һүҙе һүҙмә-һүҙ «Ацтландан кемдер» тигәнде аңлата.

Ацтектар үҙҙәрен мешика (был һүҙҙән Мексика исеме килеп сыҡҡан), йәки теночка һәм тлальтелолька тип атайҙар, был Теночтитлан, Тлателолко ҡалаһына бәйле.

Тарихы

undefined

Килеп сығышы

Ацтектарҙың ата-бабалары Төньяҡтан, Ацтлан тип аталған урындан килгән. Легендаға ярашлы, ҡояш һәм һуғыш аллаһы Уицилопочтли ацтектарға кактус өҫтөндәге бөркөт тырнаҡтары менән йыланды тотоп торғанын күргән урында төпләнергә ҡуша. Оҙаҡ йөрөгәндән һуң, улар, ниһайәт, ҡояш аллаһы әйткәнде күрә. 1325 йылда улар Тескоко күле уртаһындағы утрауҙа ҡалаға нигеҙ һала һәм уны Теночтитлан тип атай.

Башта ацтектар Кулуаканға, һуңынан Аскапоцалькоға яһаҡ түләй. Әммә 1429 йылда улар Аскапоцальконы юҡ итә һәм бойондороҡһоҙлоҡ ала. Һуңынан ацтек дәүләте Тескоко һәм Тлакопан менән берләшә. Союз ағзалары тышҡы сәйәсәтте көйләргә, бергәләп һуғыш алып барырға һәм баҫып алынған табышты бүлешергә тейеш була. Әммә тиҙҙән Тлакопан Ацтектар империяһының вассалына әүерелә. Тескоко иһә, юридик яҡтан ацтектарҙың союздашы булып ҡалып, уларҙың уңыштарына көнләшә, көндән-көн дошманлаша бара. Был 1521 йылда Теночтитланды ҡамауҙа тотҡанда тескоктар испандарға ярҙам итә.

Дәүләт ҡоролошо

Ацтек дәүләте традицион мәғәнәлә империя булмай. Ацтектар яңы ерҙәрҙе яулап алырға ынтылһа ла, уларҙы үҙ дәүләтенә ҡушыу маҡсатын ҡуймай. Буйһонған ҡалалар һәм ҡәбиләләр яһаҡ түләй, әммә уларға үҙаллылығын һәм элекке хакимдарын һаҡлап ҡалырға рөхсәт ителә.

Ацтектарҙың хакимдары (тлатоани) аҡһаҡалдар һәм яугирҙар советы тарафынан Акамапихтли династияһы вәкилдәре араһынан һайлана.

Йәмғиәт

undefined

Социаль төҙөлөшө

Ацтек ҡәбиләләренең халҡы теоретик яҡтан демократик була. Ғаилә ырыуға ингән ғаиләләр төркөмөнә ҡарай. Бындай егерме ырыуҙан ҡәбилә ойошторолған, һәм уларҙың һәр береһе үҙ эштәре менән шөғөлләнгән, әммә ҡәбилә өсөн мөһим булған мәсьәләләр башҡа ырыуҙар менән берлектә бөтә ырыуҙарҙың аҡһаҡалдарынан торған махсус кәңәшмәлә хәл ителгән. Унда ҡәбиләнең бер башлығын граждандар һәм дини эштәр алып барыу өсөн, икенсеһен хәрби хәрәкәттәр менән етәкселек итеү өсөн тәғәйенләгәндәр. Башта был ҡоролош ер эштәре менән шөғөлләнгән ябай общиналар өсөн тәғәйенләнгән, уның «Урта мәҙәниәттәр» осоронда барлыҡҡа килгеүе ихтимал, әммә һуңынан ул күп һанлы һәм юғары үҫешкән ҡала-дәүләттең ҡатмарлы системаһына әүерелгән.

Синыфтар

Традицион рәүештә йәмғиәт ике социаль ҡатламға, йәки синыфҡа бүленә: масеуалли (ацт. macehualli, кешеләр), йәки крәҫтиәндәр, һәм пилли (ацт. pilli), йәки аҡһөйәктәр. Башта аҡһөйәктәр статусы мираҫ буйынса тапшырылмай, әммә пилли улдарының ресурстар һәм белем алыу мөмкинлеге яҡшыраҡ була, шуға күрә уларға пилли булыу еңелерәк була. Башта дворянлыҡ статусы нәҫелдән килгән булмай, әммә пилли улдары ресурстарға һәм уҡытыуға эйә була, шуға күрә уларға пилли булыу еңелерәк була. Ваҡыт үтеү менән, социаль статус нәҫелдән-нәҫелгә күсә башлай. Шуның кеүек үк ацтек яугирҙары ла һуғыштағы батырлыҡтары арҡаһында пилли булып китә алған. Ацтектар армияһында ике элиталы синыф була: ягуар-яугирҙар һәм бөркөт-яугирҙар.

Бай хәрби табыш өсөнсө синыфтың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә: почтека (ацт. pochtecatl), йәки сауҙагәрҙәр. Яугирҙар уларҙы күрә алмай, әммә нисек кенә булмаһын, табышты юрғандарға, ҡауырһындарға, ҡолдарға һәм башҡа тауарҙарға алмаштыралар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Николай Сычёв. Книга династий. — АСТ, Восток-Запад. — Т. 2005. — 960 с. — 2500 экз. — ISBN 5170324960.