АҠШ-тың ҙур мисәте
АҠШ-тың ҙур мисәте (ингл. Great Seal of the United States) — Америка Ҡушма Штаттарының дәүләт эмблемаһы. Ил Хөкүмәте сығарған документтарҙың төп нөсхәһенә ҡуйылып, уларҙын ысын булыуын раҫлай.
Мисәтен өҫ яғы Америка Ҡушма Штаттарының гербы тип тә иҫәпләнә.
Мисәт АҠШ-тың Дәүләт секретарында һаҡлана.
Ғәҙәти мисәттәрҙән айырмалы, Америка Ҡушма Штаттары мисәтенең ике яғы бар.
Тасуирлама
Өҫ яғы
АҠШ мисәтенең өҫ яғында аҡ башлы бөркөт һүрәтләнгән. Ул АҠШ-тын дәүләт символы. Бөркөттөң бер тырнағында 13 уҡ, икенсеһендә – зәйтүн ҡыуаҡлығы ботаҡтары. Был илдең тыныслыҡҡа ынтылыуын, әммә һәр ваҡыт һуғышҡа әҙер булыуын аңлата. Бөркөттөн башы зәйтүн ботаҡтары яғына ҡарай: был тыныслыҡҡа күберәк өҫтөнлөк бирелеүенә ишара.
Бөркөт суҡышында «E Pluribus Unum» (Күптәрҙән – бер) һүҙҙәре яҙылған ҡағыҙ.
Арт яғы
Мисәттең арт яғында төҙөп бөтөрөлмәғән пирамида һүрәтләнғән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Большая печать Соединенных Штатов 2007 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
- www.greatseal.com (инг.)
- The Great Seal of the United States