Аҡбашев Рәмил Шамил улы
Рәмил Шамил Улы Аҡбашев (рус. Акбашев, Рамиль Шамильевич, 1984 йылдың 7 марты, Үрге Йәркәй, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт хеҙмәткәре; Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күсемһеҙ милекте һәм арауыҡ мәғлүмәттәренең инфраструктураһын дәүләт кадастр баһалау бүлеге начальнигы.
Биографияһы
1984 йылдың 7 мартында Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында тыуған.
2001 йылда Үрге Йәркәйҙә 4-се урта мәктәпте тамамлай. 2006 йылда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын (элек — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, хәҙерге — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты) «Төбәк һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса, иҡтисад һәм идара итеү факультетын тамамлай[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2007 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса «Ер кадастр палатаһы» Федераль дәүләт учреждениеһында инженер булып башлай.
2008—2009: Рәсәй Күсемһеҙ милек идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса белгес-эксперты.
2009—2014: Росреестрҙың (рус.)баш. Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының баш белгес-эксперты.
2014 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күсемһеҙ милекте һәм арауыҡ мәғлүмәттәренең инфраструктураһын дәүләт кадастр баһалау бүлеге начальнигы[2].
Шәхси тормошо
Өфөлә йәшәй, өйләнгән, өс балаһы бар.
Енәйәт эше
2023 йылдың июнендә, тәфтишселәр мәғлүмәттәре буйынса, Аҡбашев ял итеү зонаһында ер участкаһын файҙаланыуға бәйле суд эшендә ярҙам итеү өсөн Әбйәлил районы хакимиәте вазифалы кешеһенә 3 миллион һум ришүәт күсергәндә аралашсы булып сығыш яһаған.
Ул Рәсәй Енәйәт кодексының 291.1-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса (ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа аралашсылыҡ) буйынса ғәйепләнде.
2025 йылдың 19 сентябрендә Өфөнөң Октябрь район суды Аҡбашевты ике айға иркенән мәхрүм итте[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Министерство земельных и имущественных отношений Республики Башкортостан. Министерство земельных и имущественных отношений Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ Рамиль Акбашев. Poiski.pro. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ По делу о взятке арестован начальник отдела Минземимущества Башкирии Рамиль Акбашев5. УФА1.ру (19 сентябрь 0202). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.