Ғәүер Аҡбулатов
Ғәфүр Аҡбулатов (? — 1662, Өфө) — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы башҡорттарынан.
Биографияһы
1662 йылда Нуғай һәм Ҡазан даруғалары территорияһында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Өфө, Минзәлә һәм Өфө өйәҙенең башҡа торама пункттары эргәһендә хәрәкәт итә. Ярлыҡау һорап килгән баш күтәреүселәр тарафынан Ҡазан воеводаһы кенәз Ф. Ф. Волконскийға тотоп бирелә. Язалап үлтерелә.
Һылтанмалар
- Ғәүер Аҡбулатов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.