Аҡбүләкарҡа

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡбүләкарҡа
Характеристики
Оҙонлоғо12 км
Киңлеге5 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге583 м
Урынлашыуы
54°30′35″ с. ш. 58°58′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Аҡбүләкарҡа
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Аҡбүләкарҡа

Аҡбүләкарҡа — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет районы буйлап Рау һәм Соҡаяҙ йылғалары (Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары) башынан меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 5 км; һырттың абсолют бейеклеге 583 һәм 575 м еткән 2 түбәһе бар. Төньяғында төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлештәрҙәге 3 эре уйһыулыҡ, ҡоролоҡло йылдарҙа ваҡытлы һәм юғалыусы йылғаларҙың ҡоро үҙәндәре айырылып тора. Көнсығыш битләүҙәре буйлап оҙонлоғо 400 м һәм киңлеге яҡынса 200 м булған тигеҙләнгән уйһыулыҡ һуҙыла. Өҫкө рифейҙың ҡытау, инйәр һәм минйәр свиталары алевролиттары, эзбизташтары, доломиттары, ҡомташтары һәм һәүерташтарынан ғибәрәт. Ландшафтары серемтәле‑карбонатлы тупраҡтағы ҡайын‑ҡарағай урмандарынан тора. Итәктәрен һәм тигеҙләнгән биләмәләрен төрлө үләнгә бай болондар ҡаплаған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]