Аҡмулла (журнал)
Аҡмулла — Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында мосолмандар өсөн төрки телендә нәшер ителгән рәсемле сатирик һәм юмористик журнал.
Нәшер итеүсе — Хабдрахман Ғәниев. 1911 йылдың июленән 1916 йылдың ғинуарына тиклем төрки телендә сығарыла. Х. Сосновскийҙың «Энергия» тиролрафияһында баҫыла. 1911 йылда 7 һан, 1912 йылда 12 һан, 1913 йылда 13 һан 1914/15 йылда 9 һан донъя күрә. Журналда Шәйехзада Бабич, Ә. Ғәлимов, Кәшфи Ҡәрипов, Я. Омаев һәм башҡаларҙың сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре баҫыла.
Әҙәбиәт
- Гимадиев У. И. Сила сатирического слова. Казань, 1987.
Сығанаҡ
- Аҡмулла (журнал) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Башкортостан. Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.