Бакиров Урал Насир улы
Бакиров Урал Насир улы (рус. Бакиров Урал Насырович; 7 апрель 1933 йыл) — совет, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты (1970). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Башҡорт АССР-ының 8-11-се саҡырылыштары Юғары Советы депутаты. 1976 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы[1].
Биографияһы
Урал Насир улы Бакиров 1933 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының Мораҡ районы (хәҙерге Күгәрсен районы) Хоҙайбирҙин ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1955 йылда Өфө ҡалаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
Дипломлы белгес булып, хеҙмәт юлын Йомағужа районы[2] Подгорный урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлаған.
1956—1964 йылдарҙа комсомол эшендә — 1956 йылдан алып ВЛКСМ-дың Йомағужа район комитетының 1-се секретары.
1959 йылдан алып ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары[3].
1964 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында идеология бүлеге секторы мөдире, 1970 йылдан — пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, артабан бүлек мөдире.
1988 йылдан — В. И. Ленин исемендәге Үҙәк музейҙың Өфө филиалы директоры.
1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариатының редакция-нәшриәт бүлеге белгесе.
1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы ҡарамағындағы нәшриәт-полиграфия комплексы директоры.
1994—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты[4] ярҙамсыһы була, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Рәмил Исҡужиндың ярҙамсыһы вазифаһын үтәй.
1992—2010 йылдарҙа «Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан» журналы мөхәррире[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Бакиров Урал Насир улы Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы эшмәкәрлегендә халыҡ депутаты булараҡ әүҙем ҡатнаша, ул 8-11 саҡырылыштар депутаты була. 1962 йылда Мәскәүҙә үткән ВЛКСМ-дың 14-се съезы делегаты итеп һайлана[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976, 1981)
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2003)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1960)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы (1970)
- «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе (1960)
- «Пионерҙар менән әүҙем эш өсөн» ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты билдәһе (1962),
- «Комсомолда әүҙем эше өсөн» (1969)
- Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының Почет грамоталары (1960, 1983)
- Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы (1998)[6].
- Дәүләт Думаһы Аппаратының Почет грамотаһы[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Билдәле дәүләт эшмәкәре Урал Насир улы Бакиров//Ижади портрет: «Ашҡаҙар» радиоһы тапшырыуы
- ↑ Район 1935 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез һәм Мораҡ райондарын бүлеү юлы менән ойошторолған. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлгән, биләмәһе Мәләүез районы, 1965 йылда Күгәрсен районы составына ингән — (Нугаева Ф. Г. Юмагузинский район.//Башкирская энциклопедия(недоступная ссылка))
- ↑ 1 2 Урал Бакиров. Мужество быть с веком наравне
- ↑ М.Ғ. Рәхимов шулай уҡ 1994 йылдан алып 2007 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы ағзаһы ла була
- ↑ Бакиров Урал Насырович//Юмагузинский краевед
- ↑ Бакиров Урал Насырович