Балалар китап картаһы

Балалар китап картаһы (рус. Детская книжная карта) — мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү буйынса дәүләт программаһы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышында 2025 йылдың 5 июнендә тәҡдим ителә[1]. Программа 2026 йылда старт ала[2]. Өс мең һумлыҡ карта 3 йәштән 6 йәшкә тиклемге балалар өсөн тәғәйенләнгән[3]. Карта эксперт берләшмәһе тарафынан хупланған кәм тигәндә 10 китап һатып алыуға иҫәпләнгән[4].

Тарихы

2025 йылдың 5 июнендә Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Пушкин картаһы»на оҡшатып «Балалар китап картаһы» булдырырға тәҡдим итә[1]. Дәүләт башлығы фекеренсә, уның номиналы өс мең һум тәшкил итергә тейеш, ул өс йәштән алты йәшкә тиклемге балалар өсөн — әҙәбиәтселәр, психологтар һәм мәктәпкәсә белем биреү буйынса белгестәр тарафынан хупланған китаптар һатып алыуға тәғәйенләнгән[3]. Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин, бер карта хужаһына кәм тигәндә ун китап һатып алырлыҡ булһын өсөн баҫмаларға хаҡтарҙы дөрөҫ ҡуйырға кәрәк, тип билдәләне[1].

undefined

Китап — тәрбиә процесының һәм ғаилә традицияларының айырылғыһыҙ өлөшө. Юғары әхлаҡи ҡиммәттәре булған ҙур, классик әҙәбиәт донъяһына юл күрһәткән балалар өсөн китаптар һәр кемгә асыҡ булырға тейеш.

Башланыуы

«Балалар китап картаһы»н 2026 йылдан сығарыу планлаштырыла[2]. Президент ярҙамсыһы Елена Ямпольская белдереүенсә, был программа төбәк нәшриәттәрен үҫтереү өсөн етди стимул буласаҡ[1]. Ул карта атамаһына үҙ вариантын да тәҡдим итә — «Алтын асҡыс»[1].

Елена Ямпольская на заседании совета по поддержке русского языка.jpg

Ә исеменә килгәндә, ҡыйыу рәүештә «Алтын асҡыс» тип атарға тәҡдим итәм. Бала өсөн ҙур әҙәбиәт донъяһы ишегенең алтын асҡысы.

Йәлеп итеү

Программа 3 йәштән 6 йәшкә тиклемге 7—8 миллион самаһы баланы йәлеп итсәк тип күҙаллана[5].

Иҫкәрмәләр

Категориялар