Пушкин картаһы

Пушкин картаһы (рус. Пушкинская карта) — Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәгән 14-22 йәшлек үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе мәҙәни яҡтан тәрбиәләү буйынса дәүләт программаһы. Ул йәштәрҙең дәүләт аҡсаһы иҫәбенә мәҙәни сараларға инеүен еңеләйтеү өсөн булдырылған. Карта 2021 йылдың 1 сентябрендә эшләй башлай. Презентация 2021 йылдың 30 авгусында Пушкин исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтында үтә.

undefined

Тарихы

«Пушкин картаһы»н булдырыу башланғысы тураһында тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин хәбәр итә. 2021 йылдың июнендә «Тура бәйләнеш» барышында ул дәүләт иҫәбенә йәштәргә мәҙәниәт һәм сәнғәт менән танышырға мөмкинлек бирәсәк программа тураһында һөйләй[1]. 2021 йылдың авгусында Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға ярашлы программаның беренсе этабын тормошҡа ашырыуға 3,9 миллиард һум аҡса бүленә[2]. Был — Рәсәй Мәҙәниәт һәм Һанлы үҫеш министрлыҡтарының, шулай уҡ "Почта Банк"тың тулыһынса дәүләт тарафынан финансланған берлектәге проекты.

«Пушкин картаһы»ның эшләй башлауы 2021 йылдың 1 сентябренә билдәләнә. Презентация 2021 йылдың 30 авгусында Пушкин исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтында үтә. Вице-премьер Татьяна Голикова билдәләүенсә, сараны үткәреү урыны ла, йәштәр өсөн картаның исеме лә осраҡлы һайланмаған — Александр Пушкин — Рәсәй мәҙәниәтенең төп символдарының береһе, уны бөтә донъяла беләләр һәм яраталар[3].

14-22 йәшлектәргә тәғәйенләнгән «Пушкин картаһы» программаһы егеттәргә һәм ҡыҙҙарға театрҙарға, музейҙарға, концерт залдарына һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөү мөмкинлеген бирә. Картаның тәүге йылдағы лимиты 3 мең һум тәшкил итә. Меңәрләгән ойошма, өҫтәүенә дәүләттекеләр генә түгел, шәхси ойошмалар ҙа проектҡа ҡушылырға теләк белдерә. Картаны, ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең теләһә ниндәй төбәгендә ҡулланырға мөмкин. Уның буйынса барырға мөмкин булған саралар исемлеген Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы билдәләй, уны Мәҙәниәт Культура порталының рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Картаны онлайн формаһында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында йә «Почта Банкы» сайтында рәсмиләштерергә мөмкин.

2022 йылдан картаның лимиты 3 меңдән 5 мең һумға тиклем арттырыла. Тотоноусыға 22 йәш тулғансы уның картаһына аҡса йыл һайын килә. Уны йыл аҙағына тиклем файҙаланырға кәрәк, юғиһә янасаҡ. Ҡалған аҡсаны киләһе йылға күсереү мөмкинлеге юҡ. Рәсәйҙең 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге һәр гражданы «Пушкин картаһын» рәсмиләштерә ала. Уҡыусыларға һәм студенттарға 23 йәше тулғансы аҡса картаға йыл һайын килә[4].

2025 йылдың 12 февралендә киң мәғлүмәт сараларында Хөкүмәттең «Пушкин картаһы» программаһын 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫеш башланғыстары исемлегенән алып ташларға ҡарар итеүе тураһында мәғлүмәт күренде[5].

Картаны алыу һәм файҙаланыу

Карта алыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. Артабан «Дәүләт хеҙмәттәре Мәҙәниәт» ҡушымтаһын күсереп алырға һәм «Пушкин картаһы»н сығарыуҙы раҫларға кәрәк, шунан һуң ул мобиль ҡоролма ҡушымтаһында күренә башлай. Пластик карта алыу мотлаҡ түгел.

undefined

Карта менән музейға, филармонияға, театрға йә кинотеатрға билет алырға (2 мең һум лимит менән), күҙәтеү майҙансығына үтергә, программала ҡатнашҡан учреждениеларға экскурсияларға түләргә мөмкин.

«Пушкин картаһы» менән барырға мөмкин булған сараларҙы ҡушымта аша, Культура.рф порталында йә билет операторы һәм «Пушкин картаһы» программаһында ҡатнашыусы булараҡ билдәләнгән мәҙәниәт учреждениеһы сайтында ҡарарға мөмкин. Бының өсөн «Пушкин картаһы менән түләү» вариантын һайларға кәрәк.

Саралаға карта буйынса ингәндә контролер тикшереү өсөн билет ҡына түгел, ә шәхесте раҫлаусы документ — паспорт йә «Дәүләт хеҙмәттәре Мәҙәниәт» ҡушымтаһындағы фото профилен һорай ала.

Статистика

2022 йылда «Пушкин картаһы» проектында 7 миллиондан ашыу уҡыусы һәм студент ҡатнашҡан. Улар театрҙарға, музейҙарға һәм концерттарға 22,4 миллиондан ашыу билет һатып алған[6]. Бер йылдан, 2023 йылда, «Пушкин картаһы»н Рәсәйҙең 8 миллиондан ашыу йәш кешеһе алған[7]. 2024 йылдың аҙағына картаға илдең 11 миллиондан ашыу гражданы эйә була — был илдең бөтә йәштәренең 80 проценты. Программа буйынса дөйөм алғанда 36,4 миллиард һумлыҡ 75 миллиондан ашыу билет һатылған[8].

Тәнҡит

Социаль һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, программа башланғандан һуң респонденттарҙың яртыһы мәҙәни сараларға бер ҙә күберәк йөрөй башламаған. Бының сәбәптәре — уҡыусыларҙың «Пушкин картаһы» тураһында хәбәрҙар булмауы һәм барырға мөмкин булған урындарҙың сиклелеге. Респонденттар шулай уҡ «Пушкин картаһы»н камиллаштырыу варианттарын тәҡдим итә, мәҫәлән, рус әҙәби классикаһы китаптарын һатып алыу мөмкинлеге, картаға бүленгән сығымдар лимитын арттырыу йәки «Пушкин картаһы» менән кереү мөмкин булған урындар һанын киңәйтеү[9].

«Пушкин картаһы» менән мутлашыуҙар

2024 йылдың 11 сентябрендә Мәскәүҙең Төньяҡ административ округы буйынса Эске эштәр идаралығы, «Пушкин карталарын» ҡулланып, айырыуса ҙур мутлашыу факты буйынса енәйәт эше аса. Быға Матвей Куражев ойошторған «Кураж-концерт» театр-концерт агентлығы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы материалдар нигеҙ була. 2024 йылдың 13 ноябрендә Куражев, 100 миллион һумдан ашыу аҡса урлауҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Мәскәүҙә ул «Скупой папик» спектакленә билеттар менән махинация үткәрә һәм 300 мең һумдан ашыу аҡса үҙләштерә. Ҡалған аҡса Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә фиктив концерттар һәм спектаклдәр ойошторғанда урланыуы мөмкин[10].

2025 йылдың 27 мартында «Пушкин карталары» менән мутлашыу эше буйынса өс кешенең ҡулға алыныуы билдәле була. Тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, улар интернетта аҡсалары ҡулланылмаған карталары булған үҫмерҙәрҙе эҙләй һәм ошо карталарға фиктив концерттарға билеттар һатып ала. Шулай итеп улар 321 билет ала, миллион һумдан ашыу аҡса урлай[11]. Енәйәт эшенең фигуранттары — йырсы Эмиль Ҡадиров[12], «Эльдар» киноконцерт залының художество етәксеһе урынбаҫары Елена Гурко[13].

2025 йылдың 16 майында Рәсәй Эске эштәр министрлығы Рязань һәм Новосибирскиҙа 32,5 миллион һумдан ашыу суммаға «Пушкин карталары» менән мутлашыу асыҡланыуы тураһында хәбәр итә. Енәйәтселәр «PRO.Культура.РФ» платформаһында теркәлә, һуңынан ғәмәлдә үткәрелмәгән мәҙәни саралар иғлан ителә. Билеттарҙы «Пушкин картаһы» буйынса түләргә мөмкин була, ә мутлашыусылар аҡсаны үҙҙәренә ҡалдыра[14].

Аналогтары

2025 йылдың февралендә Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышы ҡаланың Берҙәм картаһы базаһында «Көмөш йәш» электрон сертификат-карталарын индереүҙе раҫлай. Өлкән быуын ҡала халҡына (ҡатын-ҡыҙҙар — 55 йәштән, ир-егеттәр — 60 йәштән) музейҙарға йөрөү өсөн картаға 1,5 мең һум күсерелә. Электрон сертификат ярҙамында ҡала һәм федераль музейҙарға билеттар өсөн түләргә мөмкин — улар иҫәбенә 25 төбәк музейы, иң кәмендә 10 федераль музей, шул иҫәптән Эрмитаж, Рус музейы һәм Рәсәй этнография музейы инә. Сертификаттарҙы 2028 йылдың 1 ғинуарына тиклем тапшырырға ниәтләйҙәр[15].

2025 йылдың 5 июнендә Рус теленә ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Пушкин картаһы»на оҡшатып «Балалар китап картаһы»н булдырырға тәҡдим итә[16].

Иҫкәрмәләр

  1. Путин рассказал о молодежной программе "Пушкинская карта" (30 июнь 2021). 5 февраль 2025 тикшерелгән.
  2. Правительство выделило 3,9 млрд рублей на запуск новой культурной программы «Пушкинская карта». government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2025.
  3. Веди себя культурно: что такое «Пушкинская карта» и почему это здорово - Газета.Ru (30 август 2021). 5 февраль 2025 тикшерелгән.
  4. Пушкинская карта для молодежи-2025: как оформить, куда по ней сходить (16 ғинуар 2025). 5 февраль 2025 тикшерелгән.
  5. Кабмин удалил «Пушкинскую карту» из инициатив социально-экономического развития (12 февраль 2025). 12 февраль 2025 тикшерелгән.
  6. Программа «Пушкинская карта» объединила более 7 миллионов участников. Минпросвещения России (28 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2025.
  7. В России выпущено 8 млн Пушкинских карт. culture.gov.ru (2 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2025.
  8. Пушкинскую карту оформили свыше 11 миллионов россиян - Российская газета (1 ноябрь 2024). 6 февраль 2025 тикшерелгән.
  9. Пушкинская карта, 2022, с. 95―96
  10. Мошенники покуражились над бюджетом (13 ноябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  11. По делу об афере с "Пушкинскими картами" задержали трех человек (27.03.2025). 27 март 2025 тикшерелгән.
  12. ТАСС: певца Эмиля Кадырова задержали по делу о хищении при реализации "Пушкинской карты" (26 март 2025). 27 март 2025 тикшерелгән.
  13. Участника шоу «Голос» задержали по делу о мошенничестве (26 март 2025). 27 март 2025 тикшерелгән.
  14. В МВД рассказали об афере на ₽32,5 млн с «Пушкинскими картами» (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
  15. В Петербурге введут музейные сертификаты для старшего поколения с марта. ТАСС (5 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2025.
  16. Заседание Совета по реализации госполитики в сфере поддержки русского языка и языков народов России (05.06.2025). 5 июнь 2025 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

Категориялар