барып, тыңлап йөрөй икән. Батыр бер тирмәлә шым ғына бер ҡатын илағанын ишеткән. Батырҙың ҡатыны булған ул. Батыр шым ғына уны саҡырған да улар икәүләп ҡасып киткәндәр. Ҡаҙаҡтар уларҙы ҡыуа сыҡҡан. Юлда ҡатындың бәпәйе тыуған. Улар тағы йүгергәндәр. Бала менән ҡасыу ҡурҡыныс була башлаған, сөнки ҡаҙаҡтарҙың яҡынлап килгән тауыштары ишетелгән. Тотолмаҫ өсөн, улар баланы ҡарға ояһына һалып китергә мәжбүр булған. Үҙҙәре Яйыҡ йылғаһына сумып, аръяҡҡа йөҙөп сыҡҡандар. Аръяҡта башҡорт ауылдары башланған. Ҡаҙаҡтар ҡурҡып, кире ҡайтып киткән.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, батыр менән уның ҡатыны баланы алып ҡайтырға теләгәндәр. Баланы үлгән, тип уйлаған улар. Ләкин оя янына барып еткәс, тере баланы күреп аптырап киткәндәр. Бала өҫтөндә ҡарғалар осоп йөрөгән. Батыр менән ҡатыны баланы алып, ҡыуана-ҡыуана ҡайтып киткәндәр. Ҡоштар уларҙы бик оҙаҡ оҙатып барғандар. Ҡайтҡас, батыр менән ҡатын был тарихҡа арнап йыр сығарғандар. Шул ваҡыттан «Балаҡарға» йыры халыҡ араһында таралып киткән.