Барангай
Баранга́й (тагал baranggay, [baraŋˈɡaj]) — элек шулай уҡ баррио (исп. barrio — «квартал») булараҡ билдәле булған термин. Филиппинда административ бүленештә иң бәләкәй берәмекте аңлата. Һәр ҡала, ҡасаба йәки ауыл барангайҙарҙан тора. Рус телендә уға яҡынса квартал, микрорайон, округ терминдары тап килергә мөмкин. Ҡайһы берҙә уны Brgy йәки Bgy аббревиатураһы менән билдәләйҙәр.
Барангаларҙың хәҙерге формаһындағы структураһы президент Фердинанд Маркос идараһы ваҡытында индерелә, ә нигеҙ итеп ҡалаларҙы һәм ҡасабаларҙы испан колониаль режимы осоронан ҡалған кварталдарға (баррио) бүлеү алына. Был бүленеш 1991 йылғы Урындағы Идаралыҡ кодексында (исп. Código de Gobierno Local) тулыһынса законлаштырыла.
2006 йылдың 31 декабренә бөтә Филиппин утрауҙарында 41 995 барангай иҫәпләнә.
Тарихы
Башта 50-100 туғандаш ғаиләне үҙ эсенә алған общиналарҙы (коммуналарҙы) барангия тип йөрөткәндәр. Ауылдарҙа 30-ҙан 100-гә тиклем йорт була, ә халыҡ һаны 100-ҙән 500-гә тиклем кеше тәшкил итә ала. Әммә бәләкәйерәк общиналар ҙа була, 20-нән 30-ға тиклем кеше. Бындай общиналарҙы испан тикшеренеүсеһе Мигель Лопес де Легаспи өйрәнә. Ә Висай архипелагы утрауҙары ярҙарында 8-10 йорттан торған ауылдар осрай. Һүҙ үҙе малай-полинезий телендәге балангай һүҙенән килеп сыҡҡан. Был һүҙ континенттан (Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан) Филиппинға килгән ҙур кәмәне аңлата. Миграция барышында һүҙҙең мәғәнәһе бер аҙ үҙгәрә, һәм артабан бер ырыуҙан булған кешеләр төркөмөн, бер нисә туғандаш ғаиләне аңлата.
Һәр барангайҙы аҡһаҡал, юлбашсы, барангай башлығы етәкләй, урындағы телдә ул «дато» тип атала. Элек власты тапшырыуҙың нәҫелдән килгән системаһы була, һуңынан власть һайлап ҡуйыла. Барангай термины америка идаралығы ваҡытында индерелә ул элекке испан төшөнсәһе «баррио» урынына ҡалланыла. Әммә һөйләшеү телмәрендә, көнкүрештә, боронғо испан термины «баррио» йышыраҡ ҡулланыла.
Администраив төҙөлөш
Бөгөн барангай башында капитан тип аталған һайланған чиновник тора (исп. el capitan del barangay, тагал punong baranggay, ингл. barangay captain). Уны выборщиктар һайлай, выборщиктарҙы алданыраҡ киңерәк граждандар даирәһе һайлай. Уға Барангай советы (тагал sangguniang baranggay) бойһона. Бынан тыш, һәр барангайға Йәштәр советы (тагал Sangguniang Kabataan, SK) инә, Йәштәр советын президент етәкләй.
Бөтә барангайҙар шулай уҡ Барангай лигаһына (исп. Liga de Barangayes) берләшә, элек ул Барангай капитандары ассоциацияһы (ABC) тип аталған. Лиганың президенты — Джеймс Марти Лим (James Marty Lim).
Әҙәбиәт
- Renato Constantino (1975) The Philippines: A Past Revisited (volume 1). ISBN 971-8958-00-2
- Mamuel Merino, O.S.A., ed., Conquistas de las Islas Filipinas (1565—1615), Madrid: Consejo Superior de Investigaciones Cientificas, 1975.