Барбарян Тигран Варужанович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
TIGO
TIGO (певец).jpg
Төп мәғлүмәт
Исеме Тигран Варужанович Барбарян
Тулы исеме
Тыуған көнө 20 февраль 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (22 йәш)
Тыуған урыны
Ил
Һөнәре музыкант, рэпер, видеоблогер
Жанр Хип-хоп и поп-музыка[d]
Псевдоним TIGO

Барбарян Тигран Варужанович (20 февраль 2003 йыл, Үрге Ҡыйғы ауылы, Башҡортостан Республикаhы), TIGO булараҡ билдәле — әрмән сығышлы Рәсәй рэп башҡарыусыһы, видеоблогер.

Тигран Барбарян 2003 йылда Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуа. Кескәй сағында ғаиләләре Өфөгә күсенә.

Бала сағында бералыш менән шөғөлләнә. Бокс буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.

Өфөлә урта мәктәпте тамамлағас, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһына уҡырға инеү өсөн Мәскәүгә китә. 2025 йылдың апреленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ИГСУ-ҙың продюсерлыҡ һәм мәҙәни сәйәсәт бүлегендә уҡый[1].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2023 йылда лейблы менән контракт төҙөй. Дебют трегы — «Она мерещится мне (Santorini)» — барлыҡ популяр музыкаль, шул иҫәптән сит ил платформалары чартына һәм ротацияһына эләгә. Shazam донъя чартында музыкаһын Ben Heet яҙған композиция 23-сө урынға сыға, «Shazam асыштары Топ-50» исемлегенә эләгә[1].

Тәүге уңышынан һуң TIGO концерттар менән гастролдәргә сыға. 2024 йылда тағы ла һигеҙ трек, шул иҫәптән Wallem (Артур Валемов) менән «Про неё» коллаборацияһын яҙҙыра. Уны YouTube-та 4,8 миллион кеше тыңлай. Сираттағы «Шатенка» композицияһы 2,3 млн тыңлаусы йыя[2].

Үҙенең әҫәрҙәрендә TIGO яңғыраш менән тәржрибәләр үткәрә, поп-музыканы хип-хопа һәм R&B элементтары менән аралаштыра[3].

Яңы композицияларын социаль селтәрҙәргә сығара һәм хәҙерге музыканттар араһында популяр булған «хук» ысулын ҡуллана: буласаҡ композицияның бер нисә юлы видеороликтарҙа уйнатыла һәм рилстарҙа һәм TikTok-та сығарыла. Йыр фрагменты вируслыға әйләнгәс, уны тулыһынса сығаралар. Мәҫәлән, TIGO-ның рэпер Migrant менән берлектә яҙҙырлыған «Планы на завтра» йырын Instagram-да дүрт миллиондан ашыу кеше ҡарай. Релиздан һуң трек шунда уҡ чарттарға инә һәм лидерлыҡ позицияларына сыға[4].

  • 2023 — «Она мерещится мне»
  • 2024 — «Не позаботился»
  • 2024 — «Фокусы»
  • 2024 — «Шатенка»
  • 2024 — «Планы на завтра»
  • 2024 — «Арибидай»
  • 2024 — «Сутки прошли»
  • 2024 — «Любил*»
  • 2024 — «Персиковый сок»
  • 2024 — «Про неё»[5]
  • 2025 — «Армяне, езиды»
  1. 1 2 ИГСУ РАНХиГС. Telegram (9 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2025.
  2. TIGO | BandLink. tigo.band.link. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2025.
  3. TIGO. 24SMI. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2025.
  4. Анастасия Шубина. Что за трек «Планы на завтра» от TIGO и Migrant и как он стал популярен (24 ғинуар 2025). 22 апрель 2025 тикшерелгән.
  5. TIGO. МТС Музыка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2025.