Барели

Барели[1], ҡайһы берҙә Барейли[2] (һинд बरेली, урду بریلی, ингл. Bareilly i/ — Һиндостандың Уттар-Прадеш штатының төньяҡ өлөшөндәге ҡала. Шул исемдәге округтың административ үҙәге.

Географияһы

Абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 165 метр[3]. Рамганга йылғаһы буйында, Лакхнауҙан төньяҡҡа 252 км һәм Нью-Делиҙан көнсығышҡа табан 250 км алыҫлыҡта, Уттаракханд штаты сигендә урынлашҡан. Гималай һырттары ҡаланан төньяҡҡа табан 40 саҡрым алыҫлыҡта башлана.

Халҡы

2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡала халҡы 979 933 кеше тәшкил итә[4]. Халыҡтың грамоталылыҡ кимәле: 84 % (2011 йылға), 2001 йылда был күрһәткес 81 % тәшкил итә. Һиндуизм инаныслылар 52 %, мосолмандар — 34 %, сикхтар — 10 %, башҡа диндәр — 4 % тәшкил итә. Төп телдәргә һинд , инглиз, урду һәм пәнжәби телдәре инә.

Йылдар буйынса ҡала халҡының һаны динамикаһы:

1991 2011 2013
587 211 720 315 864 270

Сығанағы:

Транспорты

Барели аша № 24 (Дели — Барели — Лакнау) һәм № 74 һанлы милли шосселар үтә (Дехрадун — Барели). Илдең төньяғындағы ҙур ҡалалар менән тимер юл бәйләнеше бар, ҡаланы 6 тимер юл станцияһы хеҙмәтләндерә. Яҡындағы аэропорттар Дели һәм Лакнауҙа урынлашҡан (икеһенә лә алыҫлығы яҡынса 250 км).

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 58. — 592 с. — ISBN 5-85270-057-6.
  2. [ Барели] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Bareilly, India Page (ингл.). Fallingrain Global Gazetteer. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2013. Архивировано 13 март 2013 года.
  4. Urban Agglomerations/Cities having population 1 lakh and above (ингл.). Provisional Population Totals, Census of India 2011. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2012. Архивировано 2 апрель 2013 года.

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар