Бартенев Евгений Константинович
Бартенев Евгений Константинович (9 ғинуар 1944 йыл — 26 май 2008 йыл) — партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты.
Биографияһы
Евгений Константинович Бартенев 1944 йылдың 9 ғинуарында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Куйбышев ҡалаһында башлай. 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡандан һуң, Салауат нефть химияһы комбинатының 34-се цехында аппаратсы. 1969—1975 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы филиалында уҡый.
КПСС ағзаһы. 1976—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, бүлек мөдире, секретары булып эшләй. 1991—1992 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Салауат ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы була[1].
Евгений Константинович Бартенев Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты[2].[3].
Өйләнгән була. Ҡыҙы бар.
Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылғас, «Салауатгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе булып эшләй.
2008 йылдың 26 майында Салауат ҡалаһында вафат була[4].
Хакимиәт башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлеге
Евгений Константинович Бартенев Салауат ҡалаһы хакимиәте булып эшләгәндә торлаҡ төҙөлөшө дауам итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Салават: энциклопедия / гл. ред. Л. О. Шипанова. — Уфа: Башк. энцикл., 2018. — 536 с.: ил. ISBN 978-5-88185-397-6
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
- ↑ IGPI.RU :: Политический мониторинг :: Выпуски политического мониторинга :: Республика Башкортостан: тенденции политического развития
- ↑ salavat.ru/news.php?id=176 www.gorodSalavat.ru — Умер еще один бывший мэр города Салават — сайт города Салават, салаватский городской портал — Новости(недоступная ссылка)