Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы
Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы (15 февраль 1933 йыл — 2 июнь 2014 йыл) — ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре кандитаты (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған геологы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
Биографияһы
Басир Дәүләтбай улы Мәһәҙиев 1933 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Абҙан ауылында тыуған. 1956 йылда Мәскәүҙә М. И. Калинин исемендәге төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлай. 1956—1978 йылдарҙа Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә, Әбйәлил районында геология-разведка партияларында, Өфөлә тематик партия геологы, өлкән геологы, партия начальнигы, 1978—1992 йылдарҙа «Башкиргеология» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, баш геологы булып эшләй. 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостандың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе була.
Басир Мәһәҙиев Башҡортостан Республикаһының геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге закондар системаһын әҙерләү, дәүләт сәйәсәтен булдырыу һәм камиллаштырыу эшенә тос өлөш индерә.
100-гә якын ғилми хеҙмәт авторы. Тынғыһыҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған геологы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1980 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы, 1986 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.
2014 йылдың 2 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Ейәнсура районының Абҙан ауылы зыяратында ерләнгән.
Ғилми хеҙмәттәре
- Рудные и нерудные месторождения Республики Башкортостан //Отечественная геология. — 1997. №7.
- Уралымдың ғәжәп төҫтәре. Таштар донъяһы=Многоцветье моего Урала. Мир камня=Wonderful colours of my Urals. The stone world. — Уфа, 2004.
Әҙәбиәт
- Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2
Һылтанмалар
- Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ушел из жизни известный геолог Басыр Магадеев. ИА «Башинформ».