Батыршин Искәндәр Әлүк улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 1820
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени орден Святого Станислава 2-й степени
Заты ир-ат
Нәҫеле Батыршиндар
Әүҙемлек урыны Ырымбур Неплюев кадет корпусы
Һөнәр төрө уҡытыусы, тәржемәсе
Уҡыу йорто

Батыршин Искәндәр Әлүк улы (1819/1820 — ?) — педагог, тәржемәсе.

1819/1820 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы составында) тыуған. Сығышы менән Батыршиндар дворян нәҫеленән.

1836 йылда Ырымбур Неплюев хәрби училищеһын тамамлай, артабан ошо училищела уҡыта.

1837 йылда Ырымбур сик буйы комиссияһына тәржемәсе итеп тәғәйенләнә. Подполковник К. К. Геке командалығында Исатай Тайманов ихтилалын баҫтырыуға йүнәлтелгән хәрби экспедицияһында ҡатнашҡан өсөн, 1838 йылдың 31 декабрендә коллеж регистраторы званиеһын ала.

1839 йылда Шошка күле һәм Эмба йылғаһы араһында нығытма төҙөү өсөн казак отряды менән командировкаға ебәрелә.

1841—1845 йылдарҙа Ырымбур Неплюев хәрби училищеһында төрки теленән уҡыта.

1846—1847 йылдарҙа Гурьевта һәм Манғышлаҡта Ырымбур хәрби губернаторының тәржемсеһе була. 1847 йылда титуляр кәңәшсеһе чинын ала. 1848 йылда Сырдаръя йылғаһы буйында Раимский нығытмаһын нигеҙләүҙә ҡатнаша.

1850 йылда коллеж асессоры чинын ала һәм Ырымбур сик буйы комиссияһында кесе тәржемәсе булып күсерелә[1].

Рус география йәмғиәтенең корреспонденты. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ фольклорын йыя.

  • Замечания о характеристических отличиях тюркских наречий в Оренбургском крае. — 1850.
  • 2 дәрәжә Изге Анна ордены,
  • 2 дәрәжә Изге Святослав ордены,
  • Владимир таҫмаһында «1853-1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы.

Атаһы — Әлүк Батыршин, ҡустылары — Сөләймән, Мөхәмәтҡунафи, Ибраһим.

Улдары: Йыһангир (1851—?) һәм Шәйхелислам (1849—?).

  1. Записка младшего переводчика Оренбургской пограничной комиссии Искандера Батыршина о Хивинском ханстве и хане присырдарьинских казахов Ермухаммеде (Иликее) Касымове// Путевые дневники и служебные записки о поездках по южным степям. XVIII—XIX века // История Казахстана в русских источниках XVI—XX веков. Том VI. Алматы. Дайк-пресс. 2007
  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
  • Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.