Әлүк Батыршин

Әлүк Батыршин — хәрби хеҙмәткәр. Штабс-капитан.

Биографияһы

Поручик Батырша ғаиләһендә яҡынса 1773 йылда тыуған. Сығышы менән Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Аллағыуат ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы составында).

1790 йылдан Мәскәү гренадер полкында, 1796 йылдан лейб-гвардия Павлов полктарында хеҙмәт итә. Күрһәткән хәрби хеҙмәттәре өсөн 1804 йылда — унтер‑офицер, 1810 йылда — фельдфебель, 1812 йылда — подпоручик, 1813 йылда — поручик званиеларын ала.

1794 йылда Тадеуш Костюшко етәкселегендәге поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша.

1799 йылда Францияға ҡаршы Икенсе коалиция һуғышы сиктәрендә, Голландияла рус-инглиз экспедицияһы алыштарында ҡатнаша.

1805 йылда Рәсәй-Австрия-Франция (Өсөнсө коалиция) һуғышы алыштарында ҡатнаша.

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша.

1815 йылда отставкаға китә. Батыршиндар дворян нәҫеленә нигеҙ һала.

Ғаиләһе

Улдары:

Әҙәбиәт

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
  • Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.