Бауыржан Момыш улы

Бауыржан Момыш улы (Момыш-Улы яҙылышы ла осрай; ҡаҙ. Бауыржан Момышұлы; 24 декабрь 1910 йыл (яңы стиль буйынса 6 ғинуар 1911 йыл) — 10 июнь 1982 йыл) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник (1943), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1990, үлгәндән һуң), Ҡаҙағстандың халыҡ ҡаһарманы[1][2][3][4][5]

Биографияһы

Бауыржан Момыш улы 1910 йылдың 24 декабрендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Жамбыл өлкәһе Жуалы районы Ҡулбаштау (ҡаҙ. Колбастау) ауылында тыуған. Милләте - ҡаҙаҡ. Шымыр ырыуынан[6].

Ун туғыҙ йәшендә мәктәп тамамлаған. 1928 йылдан Бауыржан район башҡарма комитетында эшләргә, бер нисә вазифаһына алмаштырырға өлгөрә. 1932 йылдан ул совет армияһына саҡырыла. Киләһе йылына уҡ хәрби училищеһ тамамлай һәм офицер булып китә. 1930-сы йылдар аҙағына Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Бында ул артиллерия батареяһы командиры була. Квантун армияһына ҡаршы һуғыша. 1939 йылда бер нисә ай дауамында Карпатта хеҙмәт итә. 1941 йылда аҙ ғына тыуған яғында булып, фронтҡа китә [7]

Мәскәү өсөн барған яуҙарҙа ҡатнаша, панфиловсы (1941—1942). Унда Бауыржан батальон командиры була, артабан дивизияға етәкселек итә. Мәскәү янындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Момыш улы Бауыржан 1942 йылда «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә, әммә ул бирелмәй ҡала. Тик ул үлгәндән һуң, 1990 йылдың 11 декабрендә Герой исеме бирелә.

Һуғыштан һуң

undefined

1955 йылдың декабрендә полковник дәрәжәһендә запасҡа сыға.

Алматыға ҡайтып, үҙен тулыһынса әҙәбиәткә бағышлай. Хәрби хеҙмәттә сағында уҡ әле баҫыла башлай, әҫәрҙәре яҡшы баһа ала. Ваҡыт үтеү менән хәрби прозанан башҡа замандаштары тураһында әҫәрҙәр ижад итә, әхлаҡ мәсьәләләрен ҡырҡыу күтәрә. Балалар өсөн хикәйәләр һәм повестар яҙа. Ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә эшләй, үҙенең китаптарын тәржемәләй. Шулай уҡ ҡаҙаҡ һәм уйғыр теленән руссаға хатта шиғырҙар ҙа тәржемә итә. Проза әҫәрҙәренән тыш, бик күп мәҡәләләр баҫтырып сығара, әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләй, юл очерктары яҙа.

1982 йылдың 10 июнендә Алматы ҡалаһында вафат була [7]

Иҫкәрмәләр

  1. Айбын. Энциклопедия. / Бас ред. Б.Ө.Жақып. - Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2011. - 880 бет.ISBN 9965-893-73-X. — С.172.
  2. Макпал Муканкызы. К столетию Бауржана Момышулы издается 40-томный сборник его сочинений. azattyq.org (17 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2010. Архивировано 14 март 2012 года.
  3. Бауржан Момышулы — герой всех времён 2014 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған..
  4. Tarihi tulgalar//Бауржан Момышулы 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған..
  5. Бауржан Момышулы.
  6. Қазақ шежіресі. 2 том. Орта жүз-жан арыс, Теңізбай Үсенбаев,. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 25 ноябрь 2018 года. 2018 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
  7. 1 2 [1]

Әҙәбиәт

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Комдивы т4|865-867.
  • Александр Бек. Волоколамское шоссе.
  • Голушко И. М. Солдаты тыла. — М.: Воениздат, 1988. — 270 с.
  • Чистяков И. М. Служим Отчизне. — М.: Воениздат, 1985, стр. 70.
  • Бахытжан Момыш-улы Во имя отца. роман-эссе. — Алма-Ата: Жалын, 1991
  • Ашимбаев Д. Р. Кто есть кто в Казахстане. — Алматы, 2012.
  • Легендарный батыр: к столетию со дня рождения Героя Советского Союза Бауыржана Момышулы. Документы, архивные материалы, воспоминания. — Москва: Леном, 2010. - 415 с.; ISBN 5-89711-018-2.
  • Нуршаихов А. Дорогой памяти: Роман-диалог о Б. Момыш-Улы. — М.: Советский писатель, 1985.
  • Егембердиева Ж. Жизнь - легенда: Роман—эссе о Б. Момыш-улы]. — Алма-Ата: Жазушы, 1990.

Категориялар