Башкиров Сергей Геннадьевич (биатлонсы)

Сергей Геннадьевич Башкиров (рус. Башкиров Сергей Геннадьевич; 1977 йылдың 30 декабре, Чебоксар) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер. Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастеры (1999).

Биографияһы

Сергей Геннадьевич Башкиров 1977 йылдың 30 декабрендә Сыуаш АССР-ының баш ҡалаһы Чебоксарҙа тыуған.

1999 йылда Сыуаш дәүләт педагогия университетын «Математика һәм информатика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлаған.

Беренсе тренеры — Г. Башкиров[1]. Тренерҙары ― Г. П. Салдимиров, Н. И. Чегодаев[2]. Буйы — 181 см. Ауырлығы — 74 кг.

1988 йылдан биатлон менән шөғөлләнә башлай.

Яратҡан биатлон дисциплиналары — спринт, эҙәрлекләү ярышы, масс-старт[3].

Спорт карьераһы

1997 йылда эстафета буйынса юниорҙар араһында донъя чемпионатында бронза призёры.

Рәсәй йыйылма командаһы составында алты миҙгел дауамында Донъя кубогы ярыштарында ҡатнаша. 2002/03 йылдар миҙгелендә турнирҙа тәүге тапҡыр ҡатнаш эстафетала Донъя кубогы этабында еңеп сыға. Ике донъя чемпионатында ҡатнаша (2003 һәм 2004), иң яҡшы һөҙөмтә менән 13-сө урын. Ул дүрт тапҡыр Европа кубогы ярышында еңеп сыға. 2001 йылғы Европа чемпионатында сығыш яһай (иң яҡшы һөҙөмтә: спринтта һәм эҙәрлекләүҙә 5-се урын).

12,5 км эҙәрлекләү буйынса Рәсәй чемпионы (2004), көмөш призер (2003, 2004, 2005 — 10 км спринт, 2003 — 12,5 км эҙәрлекләү, 2005 — 4х7,5 км эстафетала Рәсәй командаһы бронза призеры (101). Чемпионаттары.

XIX Ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы була (Солт-Лейк-Сити, АҠШ, 2002), әммә бер ярыштарҙа ла стартҡа сыҡмай.

Рәсәй Ҡораллы Көстәре һәм Свердловск өлкәһе командалары өсөн көс һынашты[4].

Тренер эшмәкәрлеге

Спорттан киткәс, үҫмерҙәр йыйылма командаһы өсөн Александр Касперович ҡул аҫтында тренер булып эшләй башлай. Артабан Рәсәйҙең өлкән ир-егеттәр командаһында атыу буйынса тренер булып эшләй.

2018-2019 йылдар миҙгелендә ул Көньяҡ Кореяла тренер булып эшләй. Рәсәйгә ҡайтыу менән Санкт-Петербург командаһына инә.

Йылдар дауамында ул Максим Цветков, Матвей Елисеев, Александр Логинов, Евгений Гараничев, Василий Томшин, Антон Бабиков, Александр Поварницын кеүек биатлонсыларҙы тәрбиәләй.

2021 йыл башында биатлон буйынса Рәсәй командаһы төрлө күнекмәләр төркөмдәренә бүленде, ә Сергей Башкиров төркөмдәрҙең береһенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. «Рәсәй йыйылма командаларын спорт әҙерлеге үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһында (Мәскәү) биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры.

Биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры сифатында XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында (Пекин, Ҡытай, 2022) ҡатнаша. Спортсыларҙы 2022 йылғы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарына уңышлы әҙерләүҙе тәьмин иткәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет ҡағыҙы менән бүләкләнде.

2025-2026 йылдар миҙгелендә Башкировтың төркөмөндә Савелий Коновалов, Михаил Стребко, Олег Домичек, Ярослав Конкин, Дмитрий Евменов, Никита Малюгин, Роман Канаровский, Егор Прокудин (запаста), Денис Иродов (запаста) бар ине[5]..

Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәре йыйылма командаһы һәм Новоуральск ҡалаһы (Свердловск өлкәһе) өсөн сығыш яһай[6].

Хәҙерге ваҡытта биатлон буйынса Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы тренеры[7].

Ҡаҙаныштары

Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2000), (2003, 2004, 2005 — 10 км спринт, 2003 — 12,5 километрға эҙәрлекләү ярышы, 2005 — 4х7,5 километрға эстафета) һәм бронза (2010 — 10 километрға командалы ярыш).

Донъя Кубогы

  • 2000/01 — 63 урын
  • 2001/02 — 73 урын
  • 2002/03 — 36 урын
  • 2003/04 — 41 урын
  • 2004/05 — 54 урын
  • 2005/06 — 54 урын

Новоуральск ҡалаһында (Свердловск өлкәһе) йәшәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар