Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге
Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге (БНИЦ) — Башҡортостан Республикаһының ҡортсолоҡ һәм апитерапия өлкәһендә ғилми-етештереү дәүләт учреждениеһы[1].
Адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 217А.
Структураһы
Үҙәк составында: умартасылыҡтың фәнни бүлеге — умартасылыҡ буйынса фәнни-эксперименталь станциялар умарталығы; фәнни технологиялар бүлеге — умартасылыҡ продукттарын эшкәртеү буйынса фәнни-эксперименталь цехтар; апитерапия ғилми бүлеге — Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге (2011 йылда асылған)[2].
Башҡорт тоҡомло бал ҡорто генофондын һаҡлау маҡсатында, Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы танытма һәм патент биргән[3], дөйөм һаны 4 мең бал ҡорто ғаиләһе булған, умартасылыҡ буйынса 6 фәнни-тәжрибә станцияһы («Нуриман», «Архангел», «Ғафури», «Күгәрсен», «Ейәнсура», «Бөрйән»)[2] булдырылған һәм уңышлы эшләй.
Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә 145 хеҙмәткәр эшләй (2016)[4]. Генераль директоры — Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы[5].
Үҙәк коммерцияға ҡарамаған ойошма булып тора һәм Башҡортостандың дәүләт милке иҫәбенә индергән[2].
Тарихы
Үҙәк 1998 йылдың 8 июлендә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте бойороғо нигеҙендә ойошторолған була[2]. 2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия өлкәһендә фән һәм етештереү проблемалары буйынса төп учреждениеһы итеп билдәләнгән[6], шулай уҡ уға умартасылыҡ буйынса инспектор хеҙмәте функцияһы йөкмәтелгән[2].
Эшмәкәрлеге
Үҙәк «Башҡорт балы» тауарының килеп сығышы урыны атамаһын файҙаланыу хоҡуғына таныҡлыҡ эйәһе[2][7], умартасыларҙың квалификацияһын күтәреү курстарын ойоштора, шулай уҡ йыл һайын — республика умартасылар конкурсы ойоштора; нәшриәт эшмәкәрлеге һәм хәйриә менән шөғөлләнә, йыл һайын Өфөлә «Баллы Башҡортостан» республика йәрминкәһен үткәреү инициаторҙарының һәм ойоштороусыларҙың береһе булып тора[5]. 2007 йылда «Тылсымлы бал ҡорто» сауҙа маркаһы аҫтында бал һәм башҡа апипродукт нигеҙендә яһалған косметика етештереү линияһы эшләтеп ебәрелә — был шампундар, душ өсөн гелдар, бит һәм тән өсөн кремдар[8].
Наградалары
Үҙәк эшләп сығарған продукция халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә 1000-дән ашыу миҙал менән билдәләнә[5].
- 2007 —Берлинда халыҡ- ара йәшел аҙна (Германия). Гран-при, башҡорт балы өсөн алтын миҙал һәм "Йәшел аҙна"ның махсус миҙал символы[9].
- 2010 — «Алтын Меркурий» премияһы (Рәсәй, ТПП). «Ҡулланыу продукцияһы етештереү сфераһында иң яҡшы предприятие-экспортлаусы» номинацияһында еңеүсе[10].
- 2016 — ҡарағай балы һәм умартасылыҡ V халыҡ-ара конгресы (Төркиә). Күргәҙмәлә гран-при[11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Официальный сайт
- Башҡорт балы 2017 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.
- Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://npa.bashkortostan.ru/db/2012/12/201212250015.pdf 2017 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 http://www.bash-med.ru/index.php/o-tsentre
- ↑ http://www.bash-med.ru/index.php/pchelovodstvo-bashkortostana/istoriya
- ↑ http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/2-statya/1153-tsentr-po-pchelovodstvu-i-apiterapii 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 http://kurultay-ufa.ru/ru/общая-информация/председатель-исполкома-международно/
- ↑ http://npa.bashkortostan.ru/db/2012/12/201212250015.pdf 2017 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/675565-brend-bashkirskiy-med-ostanetsya-za-bnits-po-pchelovodstvu-i-apiterapii-do-2024-goda/
- ↑ http://www.fao.org/forestry/50052/en/
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/145666-gran-pri-mezhdunarodnoy-quot-zelenoy-nedeli-quot-dostalsya-gu-quot-bnits-po-pchelovodstvu-i-apiterapii-quot/
- ↑ http://www.bashinform.ru/m/news/279426-statuetka-zolotogo-merkuriya-vruchena-bashkirskomu-nauchno-issledovatelskomu-tsentru-po-pchelovodstvu-i-apiterapii/
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/918124-bashkirskiy-nits-po-pchelovodstvu-i-apiterapii-udostoen-gran-pri-na-mezhdunarodnom-kongresse-v-turts/