Башҡортостандың яратҡан рәссамдары (сайт)

Башҡортостандың яратҡан рәссамдары (рус. Любимые художники Башкирии ) — Башҡортостан республикаһының һынлы сәнғәтен популярлаштырыуға арналған коммерцияға ҡарамаған мәҙәни-ағартыу веб-сайты һәм халыҡ онлайн-галереяһы. 2017 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Өфө Хакимиәте һәм урындағы бизнес-берләшмә ярҙамында ойошторола.

Проекттың маҡсаты — Башҡортостан рәссамдарының ижади мираҫына ирекле инеүҙе тәьмин итеүсе һәм төбәктә һәм унан ситтә уларҙың танылыуын арттырыусы берҙәм һанлы ресурс булдырыу.

Тарихы

Проектты тыуған яҡты өйрәнеүсе Һәм яҡташтары тураһында китаптар авторы Наил Мәхмүтов тәҡдим итте. Идея Башҡортостан рәссамдарының системалаштырылған каталогын булдырыу маҡсатында барлыҡҡа килде. Башта китап өсөн материал булараҡ күҙалланған проект тиҙ арала ҙур онлайн-галереяға әүерелде. 2018 йылдың декабрендә беренсе китап өсөн материал әҙер булды. Китапта 59 рәссам тураһында очек баҫылды, тиражы 1,5 мең дана[1][2].

Эске төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе

Сайт проекты Башҡортостанда йәшәгән йәки эшләп кткән рәссамдарҙың алфавит каталогынан тора. Һәр автор өсөн айырым бит ҡаралған, унда:

  • биографик белешмә;
  • фотопортреты;
  • әҫәрҙәренең исемдәре, башҡарыу техникаһы, йылы күрһәтелгән эштәр галереяһы;
  • әҫәрҙәрҙең һаҡланған урындары тураһында мәғлүмәт.

2025 йылдың авгусына галереяла 1917 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған 1720 рәссамдың 15182 әҫәре күрһәтелгән.

Проекттың төп үҙенсәлектәренең береһе — интерактив тауыш биреү (рус.)баш., унда сайтҡа килеүсе һәр кем әҫәрҙәрҙе баһалай ала. Тауыш биреү йыл һайын үткәрелә, ә уның йомғаҡтары йыйынтыҡта баҫыла. 96 илдән (шул иҫәптән Рәсәй, АҠШ, Германия, Ҡытай) ҡатнашыусылар әҫәрҙәрҙе баһалауҙа ҡатнаша. 2025 йылдың авгусына сайтты ҡарауҙың дөйөм һаны 5,5 миллиондан ашып китте[1].

Мәҙәни әһәмиәте

Проект бер нисә социаль әһәмиәтле функция үтәй:

  • мәғрифәтселек (рус.)баш.: студенттар, сәнғәт белгестәре Һәм уҡытыусылар тарафынан Башҡортостан сәнғәтен өйрәнеү өсөн ҡулланыла;
  • мираҫты (рус.)баш. һаҡлау: күп кенә өлкән быуын рәссамдары өсөн сайт интернетта берҙән бер мәғлүмәт сығанағы булып тора;
  • популярлаштырыу: төбәк сәнғәтен донъя берләшмәһе өсөн уңайлы итә[3].

Партнёрлыҡ һәм техник үҙенсәлектәре

Проектҡа урындағы предприятиелар һәм учреждениелар ярҙам итә. Спонсорҙар еңеүсе рәссамдарға ғына түгел, ә тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға ла бүләктәр бирә. Партнёрҙар араһында ресторандар селтәре, Ультра кинотеатры, медицина клиникаһы, парашют клубы һәм башҡалар бар.

Сайт минималистик дизайнда навигацияһы уңайлы, һүрәттәрҙе йөкләү тиҙ итеп эшләнгән. Төп баҫым контенттың функционаллегенә һәм асыҡлығына бирелә[2][4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Народный рейтинг «Любимые художники Башкирии» набирает популярность. Башинформ (20 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2025.
  2. 1 2 Алексей Шушпанов. Художника увидеть может каждый. Живописцы Башкирии ездят в туры по региону. АиФ Уфа (7 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2025.
  3. В Уфе состоялась церемония вручения премии "Любимые художники Башкирии". Министерство культуры Республики Башкортостан (31 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2025.
  4. Проект «Любимые художники Башкирии» обошел всю республику. Министерство культуры Республики Башкортостан (1 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2025.