XX быуат башына Башҡортостандың һынлы сәнғәте халыҡ ижады формаһында йәшәгән. Өфөлә 1910 йылда беренсе художество күргәҙмәләре ойошторола.
БР һынлы сәнғәте бер нисә осорҙан тора: сығанаҡ башы (М. Нестеров, Д. Бурлюк, Ҡ. С. Дәүләткилдеев, А. П. Лежнёв, И. Н. Самарин ижады), 30-40 йылдар сәнғәте (А. Тюлькин, Ә. Лотфуллин ижады), 50-60 йылдар сәнғәте (рәссамдар Р. Нурмөхәмәтов, Б. Домашников, А. Пантелеев, М. Назаров, Ә. Лотфуллин, А. Бурзянцев, П. Салмасов, В. Позднов, Г. Пронин, Әҙиә Ситдиҡова һ. б.), 80-90 йылдар сәнғәте (Е. Тан, И. Ғаянов, Эрнест Сәйетов), хәҙерге заман сәнғәте.
Совет власы йылдарында рәссамдар үҙ эштәрендә социалистик реализм алымын ҡулланған. Совет осорондағы Башҡортостан рәссамдары ватан һәм сит ил классикаһы фондына индерелгән әҫәрҙәр тыуҙырған.
Башҡортостандың хәҙерге заман рәссамдары күп төрлө йүнәлештәрендә (неопримитивизм, авангард, постмодернизм) эшләй. Башҡортостан Республикаһында билдәле рәссамдар Я. Крыжевский, П. Салмасов, З. Мөхәмәтдинов, Ф. Шәймөхәмәтов, Д. Сөләймәнов һ. б. эшләгән.
Башҡортостандың музыка сәнғәте 20 быуаттың беренсе яртыһында формалаша. Октябрь революцияһына тиклем республика территорияһында бай ауыҙ-тел музыкаль-поэтик ижад үҫешкән булған[1].
Музыкаль белем биреүҙе үҫтереү, 1920 йылда Өфөлә музыка мәктәбе, 1921 йылда музыка училищеһы асылыуы башҡорт композиторҙарына профессиональ музыкаль белем алыуға булышлыҡ иткән. 1938 йылда Өфөлә Башҡорт филармонияһы һәм Башҡорт опера һәм балет театры асыла. Башҡорт сәхнәһендә ҡуйыу өсөн опералар яҙылған: А. Эйхенвальдтың «Мәргән» (1940) һәм «Ашҡаҙар» (1944) опералары, «Сыңрау торна» башҡорт легендаһы мотивы буйынса Л. Степановтың балеты (1944), урал әкиәттәре мотивтары буйынса яҙылған А. Ключаревтың «Тауҙа булған хәл» (1951) балеты.
Шулай уҡ башҡорт композиторҙары Мәскәү консерваторияһында музыкаль белем ала: Х. Әхмәтов, З. Исмәғилев, Р. Мортазин, Н. Сабитов, Х. Заимов. Башҡортостан Республикаһының музыкаль мәҙәниәтенә композиторҙар Заһир Гариф улы Исмәғилев, симфоник жанрында эшләгән Р. Мортазин ҙур өлөш индерә.
Башҡортостан Республикаһында Өфө дәүләт сәнғәт институты асыла, Композиторҙар союзы, Милли симфоник оркестры, «Башҡортостан» камера ансамбле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры ойошторола.
Республикала боронғо һәм хәҙерге заман камера, хор һәм симфоник музыка фестивалдәре, «Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы», Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара фестивале үткәрелә. 2016 йылда тәүге тапҡыр Владимир Спиваков халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы үткәрелә[2].
Республикала беренсе театрҙар һәүәҫкәр булған. 19 быуатта бында П. А. Соколов, М. П. Васильев‑Гладков, Д. А. Хотев‑Самойлов, Н. С. Вахтер һ. б. спектакль антреприза биргән. 20 быуат башында Мәскәү һәм С.‑Петербург театрҙары гастролгә килгән.
Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт ғилеме тыуған яҡты өйрәнеү сиктәрендә үҫеше. Крайҙы өйрәнеүселәр, лингвистар, фольклорсылар Т. С. Беляев, П. М. Кудряшёв, В. И. Даль, М. И. Иванов, С. Б Кукляшев, М. Биксурин, Р. Г. Игнатьев, М. В. Лоссиевский, А. Григорьевич халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен яҙып алғандар, башҡорт тел ғилеме баҫмаларын йыйғандар һәм системаға һалғандар.
Артабан башҡорт әҙәбиәт ғилеме үҫешенә үҙ өлөшөн яҙыусылар М. А. Буранғолов, М. Ғафури, Б Ишемғол, И. Насыри, Д. Юлтый, Т. Йәнәби индергән. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты булдырылғандан һуң, бында әҙәбиәт ғилеме үҙәге күсә.
Әҙәбиәт тикшеренеүселәре Ә. Вәли, Х. Наум, Ә. Чаныш, Ш. Шәһәр методологик мәсьәләләр, әҙәбиәттең асылын, идея йүнәлешен анализлау менән шөғөлләнә.
50-се йылдарҙан башлап «Башҡорт совет әҙәбиәтенең үҫеш мәсьәләләре» (1957; «Вопросы развития башкирской советской литературы»), «История башкирской советской литературы» (ч. 1—2; 1963—1966), «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (т. 1—6, 1990—96; «История башкирской литературы») һ. б. коллектив хеҙмәттәр донъя күрә.
Башҡортостан Республикаһында профессиональ музыкаль театрҙар аяҡҡа баҫҡан осорҙа балет ғилеме үҫешә. Балет спектаклдәренә беренсе баһаламаларын һәм рецензияларҙы башҡорт яҙыусылары Ғ. Әмири, Б. Бикбаев, Ә. Г. Бикчәнтаев, К. Мәргән һ. б. яҙа.
Республикала балет үҫешен Л. П. Атанова, О. Н. Белунцов, С. С. Сәйетов, Р. Х. Хәйруллин, Г. Н. Әхмәҙиева, Г. Х. Әхмәтов, Г. Л. Ғәлимов тасуирлаған. Хәйруллиндың «Башҡортостандың балет оҫталары» (1963), Сәйетовтың «Танец ликующий» (1968) һ.б. тикшеренеү хеҙмәттәре баҫылып сыҡҡан.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың «Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» (1933; «В борьбе за создание башкирской советской музыки») очергы Башҡортостан музыка ғилеме өлкәһендәге тәүге эш була. Был өлкәлә үҙ эштәрен Башҡортостан музыканттары Х. Ф. Әхмәтов, Л. Н. Лебединский, Ә. И. Харисов, Н. А. Шумской баҫтырған.
Билдәле хеҙмәттәргә Лебединскийҙың «Композиторы Башкирии» (1955) һәм «Башкирские народные песни и наигрыши», Н. Ш. Губайдуллиндың «История башкирской советской музыки» (1968), фольклористика буйынса монографиялар һәм йыйынтыҡтар — «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре» (1997; «Башкирские народные песни, песни-предания»; Ф. Ә. Нәҙершина төҙөгән), Ахметжанованың «Башкирская инструментальная музыка. Наследие» (1996), Рәхимовтың «Фактура башкирской монодии. Инструментальное исполнительство» (1998), Ғәлинаның «Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика» (2006); «Бишек йыры» (1994; «Колыбельная песня»; А. М. Ҡобағошов төҙөгән) һ. б. ҡарай.
Башҡортостанда беренсе театр ғилеме буйынса хеҙмәттәр тип яҙыусылар Ф. Әмирхан, Ш. Бабич, М. Ғафури, Ғ. Исхаҡиҙың һәм башҡаларҙың спектаклдәргә яҙған баһаламалары тора.
Хәҙерге заман тикшеренеүселәре билдәле башҡорт артистары, режиссёрҙарының ижадын өйрәнеү, театр постановкаларын, театрҙар эшмәкәрлеген анализлау менән шөғөлләнә.
Республикала Күсемова һәм Вербицкаяның «Воспоминания о Габдулле Гилязеве» (2001), «Театр в пьесах, спектаклях и лицах (Драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века)» (2002), Г. Иҡсанованың «О театре и не только» (2006), Л. Я. Станкованың «Юлдар, юлдар. Театр, Дорога без конца…» (2008) йыйынтыҡтары; З. А. Нурғәлиндың «Театрҙың шиңмәҫ шишмәһе» (2003; «Неиссякаемый родник театра»), Күсемованың «Театр юлы — Путь театра» (2004), З. К. Атнабаеваның «Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар» (2008; «Судьбы. Роли. Судьбы») һ. б. китаптары баҫылған.