Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы

Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы Баһауетдинова (рус. Фануза Кинзямурзовна багаутдинова; 1965 йылдың 22 майы, Ибраҡай ауылы, Башҡорт АССР-ы) — радиожурналист, педагог, үҙешмәкәр йырсы. 1991 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире, «Матбуғат», «Ижади портрет» һәм «Беҙҙең донъя» тапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы[1]. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы (2013 йылдан), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре[2].

Биографияһы

1965 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған[2]

1972—1980 йылдарҙа Ибраҡай башланғыс һәм Ҡарағош һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала. 1982 йылда Стәрлебаштың 1-се урта мәктәбен тамамлай[3].

Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында юғары белем ала[4].

1997 йылда Өфө сәнғәт институтын режиссёр һөнәре буйынса таммалай[5]

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1987 йылдың сентябрендә Өфө ҡалаһындағы 20-се башҡорт мәктәбендә (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) химия уҡытыусыһы булып башлай.

Һуңынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй. Тәүҙә Башҡортостан радиоһында балалар өсөн - «Йәйғор», «Юлдаш» тапшырыуҙарын, йәштәр бүлегенә күскәс, “Етегән” программаһын алып бара. «Радио-2», иртәнге «Сәләм» телевизион тапшырыуын асыуҙа ҡатнаша[4], “Сәләм” программаһында тәжрибә туплай[3].

2010 йылдан — «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире. Радио тыңлаусылар араһында ҙур танылыу яулаған «Матбуғат», «Беҙҙең донъя» һәм «Ижади портрет» цикллы тапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы[1].

Ижади эшмәкәрлеге

Журналистика менән бер рәттән үҙешмәкәр йырсы булараҡ сығыш яһай, милли мәҙәниәтте һәм фольклорҙы пропагандалауға ҙур өлөш индерә, башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡара (шул иҫәптән «Бер ваҡыт ҡына» йыры менән танылыу яулай)[6].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2013 йылдан — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре»[2].

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше — Мирсәйет Ҡылысов (1963 йылғы), башҡорт яҙыусыһы, прозаик, драматург һәм журналист;
  • Ҡыҙы — Гөлгөнә, йырсы, журналист;
  • Ҡыҙы — Гөлйемеш, йырсы[7][5];
  • Әсәһе — Фәрзәнә Баһауетдинова, күп йылдар Ибраҡай ауыл мәҙәниәт йортон етәкләгән мәҙәниәт хеҙмәткәре[2];
  • Бер туған һеңлеләре - Гөлнара, Земфира, Светлана, Флүзә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Луиза Тимашева. Улыбка Фанузы (башҡ.). vechufa.ru (21 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2026.
  2. 1 2 3 4 Гөлнур Ҡыуатова. Фәнүзәнең ижади портреты (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (29 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2026.
  3. 1 2 3 Фәнүзәнең ижад донъяһы (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (25 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2026.
  4. 1 2 «Яҙмышыма рәхмәтлемен»  (рус.). 5 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  5. 1 2 3 Все дороги ведут к родному порогу  (рус.). 5 сентябрь 2026 тикшерелгән.
  6. «Ашҡаҙар»ҙың моңло ҡыҙы (башҡ.). «Шоңҡар» журналы (30 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2026.
  7. Өфөлә Мирсәйет Ҡылысовтың 60 йәшлек юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте (башҡ.). Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы (12 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2026.

Һылтанмалар