Александр 1870 йылда Одессала (хәҙерге Украина) Э.Иш-Но`оми. Иудей псевдонимы аҫтында баҫылыусы яҙыусы ғаиләһендә тыуған. Гимназияны тамамлағас, Одессалағы Новороссийск университетының физика һәм математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлегендә белемен дауам итә (хәҙер — И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты). Был университет стеналары эсендә А. М. Безредка химия менән мауыға. Ул беренсе фәнни тикшеренеүҙәрен Н. Д. Зелинский етәкселегендә үткәрә. «Опыт истории развития стереохимических воззрений» баҫмаһы өсөн университет етәкселеге А. М. Безредканы алтын миҙал менән бүләкләй.
1892 йылда университетты тамамлағас, Александр Безредка Киев йәки Мәскәү университетының медицина факультетына керергә тырыша. Ләкин уның фәнни карьераһын Рәсәйҙә дауам итеү уның христиан динен ҡабул итеүенән һуң ғына мөмкин була. Шуға бәйле рәүештә, Безредка Францияға китә, имтихан тапшырмайынса, ул Сорбонна медицина факультетының икенсе курсына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта, Александр Пастер институтының лабораторияларының береһендә ирекле башланғыста препаратор булып эшләй. 1897йылда университетты тамамлағас, Безредка Пастер институтында, институт директоры урынбаҫары И. И. Мечников етәкләгән морфологик микробиология лабораторияһында штаттағы ассистент булып эшләүен дауам итә. 1910 йылда ул профессор, 1919 йылда был институт директоры урынбаҫары була. Сит илдә йәшәп, Безредка Рәсәй фәндәре менән тығыҙ бәйләнештә ҡала. Күп Рәсәй ғалимдары уның етәкселегендә эшләй.