Беренсе Континенталь конгресс

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Congress voting independence.jpg

Беренсе Континенталь конгресс (5 сентябрь — 26 октябрь 1774 йыл) — Бөйөк Британияның 12 (барлығы 13 колонияның) колонияһы депутаттары съезды. Йыйындың сәбәбе — Британия парламентының Америкалағы колонияларында Британияға ҡаршы ҡаршылыҡты туҡтатыу законы. Конгресс ултырышы Филадельфияла Карпентанс-Холда үтә. Уның эшмәкәрлегендә, Джорджия, Канада, Бермуд утрауҙары, Багам утрауҙары һәм Кариб диңгеҙе утрауҙарынан башҡа, Британияның бөтә колонияларынан 56 вәкил ҡатнаша. Съезд барышында колонияларға үҙидаралыҡ алыу өсөн документтар ҡабул ителә.

Конгресс эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хоҡуҡ һәм ялыу декларацияһы» ҡабул ителә, унда Америка колонияларының "Йәшәү, азатлыҡ һәм милек"кә хоҡуғы яҙыла һәм метропалияның таможня һәм һалым сәйәсәтенә протест бирелә.

Метрополияға ҡаршы бойкот иғлан ителә. 1774 йылдың 1 декабренән башлап инглиз тауарҙарын һатып алыу һәм Америка тауарҙарын Англияға һатыу тыйыла. Был ҡарар Англия флотының Бостон блокадаһына яуап була.

Шулай уҡ 1775 йылдың 10 майында Икенсе Континенталь конгресс саҡырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

  • 1775 йылда, 1774 йыл менән сағыштырғанда, Бөйөк Британиянан килтерлгән тауарҙар 97 процентҡа кәмей.
  • Сауҙа бойкоты тәртибен боҙоусыларға дегет буяп, тауыҡ йөнөндә бутау язаһы булдырыла.