Биккинин Ғилман Сөләймән улы

Биккинин Ғилман Сөләймән улы (1907, Орск өйәҙе 3-сө Бөрйән улусының Иҫке Кәбәс ауылы —1977, Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].

Биографияһы

Ғилман Сөләймән улы Биккинин 1908 йылда Орск өйәҙе 3-сө Бөрйән улусының Иҫке Кәбәс ауылында тыуған. 2 класс белемле (1930), 8 айлыҡ совет партия мәктәбен тамамлай (1936).

1941 йылдың 5 сентябрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкы 1-се эскадронының взвод командиры ярҙамсыһы була. Сержант[2].

Ғилман Сөләймән улы 1943 йылда ҡаты яралана һәм тыуған яҡтарына ҡайтҡас, сентябрҙән 1946 йылдың мартына тиклем Ғәлиәкбәр ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡара. Шул уҡ йылдың октябрь-декабрендә бер аҙ Аҫҡар ауыл советы рәйесе булып эшләп ала[3]. «Ҡыҙыл байраҡ» артелендә эшләй.

Һуғышта алған яралары өсөн Ғилман Сөләймән улы Биккининға 1958 йылда 3-сө төркөм инвалидлығы бирелә.

1977 йылда вафат була һәм Ғәлиәкбәр ауылында ерләнә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар