Биккинин Хәйҙәр Ғилман улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 26 март 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (69 йәш)
Заты ир-ат
Гражданлығы
Һөнәр төрө Нефтсе (стадион, Ишембай)
Тыуған урыны
Уҡыу йорто

Биккинин Хәйҙәр Ғилман улы (26 март 1956 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003).

Хәйҙәр Ғилман улы Биккинин 1956 йылдың 26 мартында Башҡортостандың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында, урта белемде Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ала.

1974—1976 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үтә. 1976 йылдан 1981 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡый. 1981 йылдан Яңы Уренгойҙа Ямал-Ненец автономиялы округының «Төмәнбургаз» быраулау эштәре идаралығында быраулаусы, мастер булып эшләй. Күп уйлап табыуҙар авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Хеҙмәт ветераны
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003)

Биккинин Хайдар Гильманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.