Биктәр (тау)
Биктәр — тау, Көньяк Уралдағы тау. Башҡортостандың Ишембай районының көнсығышында урынлашҡан.
Дөйөм характеристика
Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк йылғалары араһында урынлашҡан.
Иң бейек түбәһе — 629 м. Тауҙың һырттары һөҙәк, көнсығыш яғында Ҡырынйорт йырыны һуҙылған.
Тау тоҡомо ҡомташ, венд аргиллиттары һәм конгломераттарынан тора. Биктәр һыртынан Ҡырынйортйылға— Кесе Рәүҙәк ҡушылдығы башлана. Өҫтө башлыса имән һәм йүкә ҡатыш урман менән ҡапланған.
Ошо уҡ атамалы Ерекле (Һикәҙе ҡушылдығы) йылғаһынан алып, көнсығышта Рәүҙәк инешенә тиклем һуҙылған Биктәр һырты (русса: Биктарь) бар.
Атамаһының килеп сығышы
«Биктәр» атамаһын кеше исеменән алынған тип иҫәпләйҙәр. Ысынлап та был исем фамилияларҙа һаҡланып ҡалған. Бынан тыш, элекке ваҡыттарҙа төрки халыҡтар «биктар» (бик тар) тип хәрби кейемде (панцирь, доспехи, мәҫәлән, Дербент биктары) атаған.
Әҙәбиәт
- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 110. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.