Бишбармаҡ (оркестр)

«Бишбармаҡ» оркестры (рус. оркестр «Бишбармак») — Башҡортостан Республикаһындағы музыкаль коллектив, 2018 йылда Өфөлә ойошторола. Коллектив башҡорт музыка традициялары элементтарын заманса жанрҙар — рок, поп-музыка, фанк һәм хип-хоп менән берләштергән әҫәрҙәр башҡара[1].

Тарихы

«Бишбармаҡ» оркестрын 2018 йылда Өфөлә автор-башҡарыусы һәм композитор Вәсил Ғафаров, ҡурайсы Морат Йәноҙаҡов һәм бас гитарасы Марсель Әмәкәсов ойоштора. 2010 йылда Өфөлә төрки телле хип-хоп фестивале ойошторола, уның исемен Вәсил «Бишбармаҡ» тип атай, сөнки был ризыҡ төрлө милләт вәкилдәре араһында киң таралған, шуға күрә атама республика халыҡтарын берләштереүсе символ булараҡ һайлана. Яңы төркөм ойошторолғас, уға шул уҡ атама бирелә[1]. Проекттың төп идеяһы булып традицион башҡорт музыкаһын заманса ритмдар менән берләштереү була. Ваҡыт үтеү менән коллективҡа тынлы уйын ҡоралы һәм ритм-секция ҡушыла. Оркестрҙың (рус.)баш. киңәйтелгән составына гитарасы Олег Трегубов, барабансы Эмиль Рәмиев, клавишалыларҙа уйнаусы Данил Плешаков, торбасы Фәйез Сабитов, тромбонсы Заһир Ласынов, саксофонсы Ришат Рәхимов инә. Коллективта төрлө йылдарҙа гитарасы Роберт Хәмиҙуллин, баянсы Салауат Юлдыбаев, клавишалы уйын ҡоралдарында уйнаусы Таһир Сатучин, барабансы Рөстәм Айҙаров уйнай[2][3].

2021 йылда «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында коллектив «Алға, йәштәр!» программаһын тәҡдим итә. Оркестр составында Вәсил Ғафаров, Морат Йәноҙаҡов, Марсель Әмәкәсов, Роберт Хәмиҙуллин (гитарист), Олег Трегубов (гитарист), Таһир Сатучин (клавишалылар) һәм Рөстәм Айҙаров (барабансы) сығыш яһай[4].

Коллектив «Евразия йөрәге» фестивалендә сығыш яһай, шулай уҡ Үзбәкстанда һәм Ҡурған өлкәһендә, Ҡаҙағстанда — Ҡыҙыл-Урҙала, Шымкентта, Төркөстанда, Рәсәйҙә — Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Силәбелә, Ырымбурҙа гастролдәрҙә була[1].

2025 йылдың 24 февралендә Учалы ҡалаһындағы Учалы филармонияһында сығыш яһай[5].

Ижады

Оркестр башҡортса автор әҫәрҙәре тәҡдим итә. «Алға» композицияһы 2020 йылдың 15 июнендә сыға.

2024 йылдың 26 ғинуарында «Бишбармаҡ» синглы сыға. Музыка һәм һүҙҙәр авторы итеп Вәсил Ғафаров күрһәтелә.

2025 йылда оркестр «#МУЗЫКАВМЕСТЕ» федераль проектында ҡатнаша һәм «Наш сосед» йырын «Бөйөк Ил йырҙары. Иҙел буйынан һөйөү менән» циклы видеоролигы өсөн башҡара[6].

2025 йылдың ноябрендә Өфөлә «Ритайым» концерт форматын тәҡдим итә, ул башҡорт бейеү традицияһының заманса интерпретацияһы менән бәйле. Программала «Бишбармаҡ», «Бүләк», «Бейеү», «Беҙ бит бәхетле», «Әҡлимә» һәм «Байбулды көйҙәре» композициялары яңғырай. Оркестрҙың репертуарында классиканан алып заманса музыкаға тиклем 40 самаһы йыр һәм композиция бар[1].

Составы

Оркестрҙың 2026 йылға ҡарата составы:

  • Вәсил Ғафаров — төркөм лидеры, автор, композитор, туба;
  • Морат Йәноҙаҡов — солист, ҡурайсы;
  • Марсель Әмәкәсов — бас-гитара, вокал;
  • Олег Трегубов — солист, гитарист, композитор, аранжировкалаусы;
  • Арыҫлан Оморҙаҡов — саксофон;
  • Заһир Ласынов — тромбон, аранжировкалаусы;
  • Ильяс Альбеков — торба;
  • Салауат Хәлилов — баян, клавишалылар, вокал;
  • Эмиль Рәмиев — барабансы;
  • Айрат Кирәев — тауыш режиссёры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Юлдаш Plus» милли йәштәр фестиваленең «Йыл төркөмө» (2024)[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 В Уфе оркестр «Бишбармак» готовится к сольному концерту. Башинформ (30 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.
  2. Концерт оркестра «Бишбармак». Государственный концертный зал «Башкортостан» (17 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.
  3. Концерт оркестра «Бишбармак» 2023, Гафурийский район. Культура.РФ (20 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.
  4. Концерт оркестра «Бишбармак». Государственный концертный зал «Башкортостан» (17 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.
  5. Оркестр «Бишбармак». Учалинская филармония (24 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.
  6. В новой песне проекта #МУЗЫКАВМЕСТЕ играет коллектив из Башкирии. Башинформ (1 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.
  7. Подведены итоги национального молодёжного фестиваля «Юлдаш Plus». Панорама Башкортостана (19 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.

Һылтанмалар

© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».