Блок (механика)
Блок — көстө көйләргә мөмкинлек биргән ябай механик ҡоролма (ҡулланма).
Блок, механикала, үҙ күсәре тирәләй әйләнгән улыҡлы тәгәрмәстән ғибәрәт: Тәгәрмс улығына арҡан, сылбыр, ҡайыш һалып тартыу өсөн тәғәйенләнгән. Блоктар бер шкивлы, ике шкивлы һәм башҡа төрлө булырға мөмкин.[1].
Блоктар үҙ сиратында түбәндәгеләргә бүленә:
- хәрәкәтһеҙ;
- хәрәкәтле;
- ҡатнаш (полиспаст).
Хәрәкәтһеҙ блок
Хәрәкәтһеҙ блок — блоктың күсәре балкаға йәки стенаға беркетелгән: йүнәлешен үҙгәртә
Блоктың тигеҙлек шарты:
где
- — тәьҫир иткән тышҡы көс,
- — йөк массаһы,
- — ирекле төшөү тиҙләнеше,
- — блоктың ҡаршылыҡ коэфициенты: сылбыр өсөн ~1.05, арҡандар өсөн ~1.1.
Ҡаршылыҡ көсө булмағанда йөктө күтәреү өсөн йөк ауырлығына тигеҙ көс талап ителә.
Хәрәкәтле блок
Хәрәкәтле блок — хәрәкәтле беркетелгән йөк менән бергә күсәре хәрәкәтһеҙ беркетелмәгән блоктар тора. Бындай блок йөк күтәргәндә ауырлығынан кәмерәк көс ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Блокты уратып алған бауҙың осона горизонт менән бер тигеҙ мөйөш булған осраҡта, күтәреү өсөн ҡулланылған көс F уның ауырлығынан ике тапҡырға кәмерәк була, йәғни йөк ауырлығы блокты уратып алған бауҙың ике өлөшөнә бүленә:
Шул уҡ ваҡытта йөк F көсөн ҡулланыу нөктәһе үткән аранан ике тапҡырға кәмерәк араны үтә, һәм, шуға ярашлы, хәрәкәтле блок көсөндәге отош 2 тигеҙ.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Блок // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
Һылтанмалар
- Блок, машина // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Блок, в морском деле и судостроении // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Энциклопедия туриста