Божор сәпсәү
Ҡылыҡһырлама
Божра сәпсәү, бозор сәпсәү. Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Оҙон аяҡлы, оҙон суҡышлы һаҙ ҡошо. Кәүҙәһенең артҡы өлөшөн өҙлөкһөҙ бәүелтә, һырты ваҡ аҡ төрткөләр менән сыбарланған һорғолт көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Муйынында, түшендә ҡара-көрән төртөктәр, бар. Ҡара сәпсәүҙән арҡаһы һорғолт булыуы менән, ә тебеттән ҡойроҡ өҫтө аҡ булыуы менән айырыла.
Тауышы
Тауышы көйлө һәм тоноҡ ҡына: «фи-фи-фии». Яҙғыһын ата ҡоштар яңғырауыҡлы һыҙғыралар: «түли-түли-түлүлүлүү».
Йәшәү рәүеше
Батҡыллы күл һәм йылға буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Көрән таплы 4 бөртөк йәшкелт йомртҡаһы була. Ите өҫөн аулайҙар.
Галерея
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Фифи на сайте «Птицы Алтая»
- Фифи Tringa glareola (со звуковым файлом) 2008 йылдың 18 июнь көнөндә архивланған.
- Фотографии Фифи 2010 йылдың 15 сентябрь көнөндә архивланған.