Һаралйын
Ҡылыҡһырлама
Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Оҙон суҡышлы, ҡыҫҡа аяҡлы сәпсәү. Яҡшы ғына йөҙә. Яҙғыһын уйын ваҡыттарында һауала, түңәрәктәр яһап, юғарыға күтәрелә, кәйелеп аҫҡа төшкәндә кәзә тауышы сығара, һырты ҡара һәм һары һыҙыҡлы ерәнһыу көрән. Ҡойроғо ерән, ҡорһағы аҡ. Муйыны, түше ҡара таплы. Зырҡыуыттан ҡорһағы аҡ булыуы менән айырыла.
Тауышы
Ерҙә өҙөк-өҙөк «тә-кә-тәке-тә-кә», ерҙән күтәрелгәндә, «ҡыһх», һауала уйнағанда, «мә-ъә-ъә-ъә-ъә» тигән тауыштар сығара.
Йәшәү рәүеше
Йылға һәм күл буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа, батҡылдарҙа йәшәй. Селәүсен, төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Көрән һәм һоро таплы 4 бөртөк һарғылт көрән йомортҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)