Божулич Дарья Владимировна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Заты ҡатын-ҡыҙ
Вафат булған көнө 1999
Тыуған көнө 11 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Божулич Дарья Владимировна (11 март 1907 йыл1999 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, баҡсасы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Дарья Владимировна Божулич 1907 йылдың 11 мартында Краснодар крайы Староминская станицаһында күп балалы ғаиләлә (3 ҡыҙ туғаны һәм ҡустыһы) тыуған. Атаһы — Владимир Перлик һәм бер улы 1918 йылда атып үлтерелә, әсәһе — Мария Перлик 4 ҡыҙы менән тороп ҡала.

Ростов өлкәһенең Сталин исемендәге (һуңынан — XXII партсъезд исемендәге)[1] колхозда звеньевой булып эшләй, виноград үҫтерә. 1948 йылда үҙенең 6, 6 га майҙанындағы участкаһынан 90,3 ц виноград уңышы ала.

1951 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә иҫ китмәле виноград уңышын күрһәтә — Сальск далаһының ҡоро климатын иҫәпкә алғанда, гектарынан 180 центнер. СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 27 июль Указы менән виноградтан юғары уңыш алған өсөн Божулич Дарья Владимировнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Божуличтың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәт юҡ.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Ленин ордены
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
  • миҙалдар.
  • Список Героев Социалистического Труда Ростовской области
  1. БОЖУЛИЧ Дарья Владимировна 2013 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.