Бойко Михаил Акимович

Бойко Михаил Акимович (1 июль 1899 йыл — август 1986 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, УССР-ҙың атҡаҙанған металлургы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Запорожье ҡалаһының почетлы гражданины.

Биографияһы

1899 йылдың 1 июлендә хәҙерге Винница өлкәһе Тулчин районы территорияһында тыуған.

  • 1917—1921 йылдар — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы яугиры;
  • 1931—1933 йылдар — Днепргэс төҙөлөшөндә таш юныусы;
  • 1933—1941 йылдар — «Запорожсталь» комбинатының инструменталь ҡорос заводында ҡорос ҡойоусы;
  • 1942—1950 йылдар — Электросталь ҡалаһындағы (эвакуацияла) металлургия комбинатында ҡорос ҡойоусы;
  • 1951—1965 йылдар — «Днепроспецсталь» заводында ҡорос ҡойоусы.

Запорожье ҡалаһы һәм өлкә советының бик күп саҡырылышы депутаты булып һайлана. 1986 йылдың авгусында Запорожьела вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958)
  • Өс Ленин ордены (1939, 1954, 1958)
  • миҙалдар
  • УССР-ҙың атҡаҙанған металлургы.
  • Запорожье ҡалаһының Почетлы гражданины (ҡала советының 1967 йылдың 27 октябрендәге 4/4-се ҡарары менән бирелә).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • А. И. Голдобин. «Запорожье и запорожцы». — Запорожье, 2005. — С. 301.

Һылтанмалар