Бокастова Мария Алексеевна
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
---|---|
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXV съезы[d] |
Вафат булған көнө | 26 сентябрь 2019 (88 йәш) |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Гражданлығы | |
Тыуған көнө | 29 сентябрь 1930 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Бокастова Мария Алексеевна (1930 йыл 29 сентябрь — 2019 йыл 26 сентябрь) — Медногорск «Уралэлектромотор» электротехник заводында цех бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Биографияһы
1930 йылдың 29 сентябрендә Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Яңы Соҡулаҡ ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1943 йылда атаһы фронтта һәләк була.
Һигеҙ класты тамамлағас комсомол путевкаһы буйынса Медногорск заводы «Уралэлектромотор» ҡарамағындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә.
1948 йылдан — заводта электр сымы сырмаусы, ә 1953 йылдан — һөнәрселек училищеһында производствоға өйрәтеү мастеры.
1959 йылда яңынан «Уралэлектромотор» заводы цехына күсә һәм бригадир итеп тәғәйенләнә.
Етенсе биш йыллыҡта (1959—1965 йылдарҙа) уның бригадаһы 11 йыллыҡ норманы үтәй, бының өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә.
Туғыҙынсы биш йыллыҡты (1966—1970 йылдар), иң мөһим һәм күп хеҙмәт талап иткән операцияларҙың береһен башҡарып, 3,5 йыл эсендә үтәй.
1976 йылдың 10 мартында, СССР Юғары Советы Президиумының указы менән Бокастова Мария Алексеевнаға, туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын үтәгәндә өлгәшкән ҙур производство уңыштары өсөн Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда 100 мең тирәһе электродвигатель статоры сырмай.
Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында йәшәй. 1979 йылда уға «Медногорсктың почетлы гражданы» исеме бирелә[1][2].
2013 йылдан алып — Ырымбур өлкәһе губернаторы эргәһендә аҡһаҡалдар советы ағзаһы.
КПСС-тың XXV съезы делегаты (1976).
Медногорскта 2019 йылдың 26 сентябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1976)
- Ленин ордены (1966)
- Ленин ордены (1976)
- Миҙалдар
- «Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы» тамғаһы (1970)
- «Социалистик ярыш еңеүсеһе» тамғаһы (өс тапҡыр: 1973, 1976, 1977)
Танылыуы
2018 йылдың 1 октябрендә Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы үҙәгендә Геройҙар аллеяһында М. А. Бокастованың портреты менән гранит йондоҙ ҡуйылған[3].
Һылтанмалар
- Тимур Каримов. Бокастова Мария Алексеевна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 4 апрель 2017.
Иҫкәрмәләр
- КПСС ағзалары
- 26 сентябрҙә вафат булғандар
- 2019 йылда вафат булғандар
- 29 сентябрҙә тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр
- Ырымбур өлкәһендә вафат булғандар
- Һарыҡташ районында тыуғандар
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр