Боланут

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Боланут
Боланут
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Ҡыҙылхандар
Ғаилә: Боланут һымаҡтар
Суб-ғаилә: Onagroideae
Ырыу: Боланут
Латинса исеме
Chamerion Raf. ex Holub
ITIS 564837
NCBI 238243

Боланут (рус. Иван-чай, кипрей, лат. Chamerionкыртан һымаҡтар (Onagraceae)) ғаиләһендәге күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-1,5 м тирәһе. Июнь-август айҙарында сәскә ата,

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Cleaned-Illustration Epilobium angustifolium.jpg
Боланут.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Урман ситендә, юлдар эргәһендә, ҡырҡындыларҙа һәм ташландыҡ ерҙә үҫә. Башҡортостанда боланут киң таралған.

Файҙаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боланут — дарыу үләне. Уны сит илдәрҙә «урыҫ сәйе» тип тә йөрөткәндәр, сөнки батша заманында күпләп етештереп, сит илдәргә ебәргәндәр. Копорье тигән ауылда әҙерләп, ҡаптарға төрөп оҙатылғанлыҡтан, «копорье сәйе» тигән атамаһы ла бар.

Сәй һаулыҡҡа файҙалы, ҡан яңырыуына, тамырҙары нығыныуына, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығарыуға булышлыҡ итә, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә ярҙам итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. С витамины, каротин күп, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай.

Боланутты «ирҙәр сәйе» тип тә йөрөтәләр, сөнки енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһай, простата ауырыуҙарын дауалауҙа ыңғай һөҙөмтә биреүе билдәле.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]