Бондарюк Ольга Ивановна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 30 август 1924 (100 йәш) |
SEO_index | noindex |
Тыуған урыны |
Ольга Ивановна Бондарюк (30 август 1924 йыл) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы; Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ольга Ивановна Бондарюк 1924 йылдың 30 авгусында Ильская станицаһына (хәҙер — Краснодар крайының Северский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1938 йылдан башланғыс белем алып. 14 йәшенән Северский районының «Большевик» колхозында эшләй башлай. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башында окоп, танкҡа ҡаршы йырындар ҡаҙыуҙа, Абинскта самолеттар өсөн ышыҡ эшләүҙә ҡатнаша.
1945 йылда, һуғыштан һуң, тәмәке һәм бойҙай үҫтереүсе баҫыу звеноһын етәкләй. 1947 йылда О.И.Бондарюк звеноһы туғыҙ гектар майҙанда һәр гектарынан 31,66 центнер бойҙай уңышы ала.
СССР Юғары Советы Президиумының1948 йылдың 6 майындағы указы менән « 1947 йылда кукуруз һәм бойҙайҙан юғары уңыш алғаны өсөн» Бондарюк Ольга Ивановнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә
1965 йылдан О И. Бондарюк тәмәке һәм махорканың Бөтә Союз тәжрибә институтында эшсе булып эшләй һәм тәмәке үҫтереү буйынса егерме йыл шөғөлләнә.
Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң Краснодар ҡалаһына ҡыҙы янына күсеп килә, хәҙерге Краснодар крайы Северский районының Ильский ҡасабаһында йәшәй.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (6.05.1848)
- Ленин ордены (6.05.1848)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Кузоватов С. Бондарюк Ольга Ивановна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 март 2020.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Большая Кубанская энциклопедия. — Т. 1: Биографический энциклопедический словарь. — Краснодар: Центр информационного и экономического развития печати, телевидения и радио Краснодарского края, 2005. — 368 c.