Бородин Павел Валерьевич
Павел Валерьевич Бородин (1972 йылдың 2 октябре, Михайловка, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй биатлонсыһы, ачери-биатлон (арчери-биатлон) буйынса донъя һәм Европа чемпионаттары чемпионы һәм призёры, Рәсәй биатлон чемпионатының призёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының биатлон буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры, беренсе категориялы спорт судьяһы[1].
Биографияһы
1972 йылдың 2 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Михайловка ауылында тыуған[1].
Спорт әҙерлеген Өфө ҡалаһының биатлон секцияларында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Леонид Мальцев етәкселегендә башлай. Бөтә Рәсәй ярыштарында Башҡортостан Республикаһы һәм Төмән исеменән сығыш яһай.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Спорт карьераһын тамамлағандан һуң, тренер-уҡытыусылыҡ эшенә күсә. «Башҡортостан Республикаһының биатлон буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһының тренер-уҡытыусыһы һәм биатлон буйынса беренсе категориялы спорт судьяһы[1][2].
Спорт ҡаҙаныштары
- Ачери-биатлон буйынса донъя чемпионаттары
Эстафетала донъя чемпионы (Форни-Авольтри, 2005)[3];
Спринтта донъя чемпионы (Мәскәү, 2007)[3][4];
Эҙәрлекләү уҙышында донъя чемпионатының көмөш призёры (Форни-Авольтри, 2005)[3];
Донъя Кубогының дөйөм зачетында бронза призёры (2006)[3].
- Ачери-биатлон буйынса Европа чемпионаттары
Масс-стартта Европа чемпионатының көмөш призёры (Мәскәү, 2008)[3];
Спринтта Европа чемпионатының бронза призёры (Мәскәү, 2008)[3];
Эҙәрлекләү уҙышында Европа чемпионатының бронза призёры (Мәскәү, 2008)[3].
- Бөтә Рәсәй ярыштары
Рәсәй биатлон чемпионатының 4×7,5 км-ға ир-егеттәр эстафетаһы көмөш призёры (Новосибирск, 2001);
Рәсәй ачери-биатлон чемпионатының 12 км-ға шәхси уҙышта бронза призёры (1999).
Педагогик эшмәкәрлеге
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһы Биатлон федерацияһы һәм Рәсәй Биатлонсылар союзы үткәргән төбәк һәм бөтә Рәсәй ярыштарын судьялауҙа ҡатнаша[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры;
- «Беренсе категориялы спорт судьяһы» күкрәк билдәһе[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Бородин Павел Валерьевич. База данных Союза биатлонистов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ 1 2 Тренеры СДЮШОР по биатлону РБ. СДЮШОР по биатлону РБ (1 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 В. А. Красильников. Ачери-биатлон. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ Евгений Калинин. Тюменцы привезли медали с чемпионата мира по ачери-биатлону. Вслух.ру (5 март 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026. Архивировано 12 август 2020 года.
Әҙәбиәт
- Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 1: А — Б / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — 624 с. — ISBN 5-88185-053-X.