Боғҙанова Гөлниса Хәмәтнур ҡыҙы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 1936 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Тыуған урыны |
Гөлниса Хәмәтнур ҡыҙы Боғҙанова (тыу. 1936, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — СССР-ҙың 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
Гөлниса Хәмәтнур ҡыҙы Боғҙанова 1936 йылда БАССР-ҙы Ауырғазы районында тыуа.
Ишембайҙың 15-се урта мәктәбен тамамлай. Ишимбайҙа сәнәғәт артелендә кассир булып хеҙмәт юлын башлай.
1967 йылда эштән айырылмайынса Стәрлетамаҡ индустриаль техникумын тамамлай. Артабан Салауат ҡалаһының «Аммиак» заводына өлкән аппаратсы булып урынлаша.
1970 йылдың 14 июнендә Союз Советына Һайлауҙар булып үтә, һәм Г. Х. Боғҙанова 374-се Стәрлетамаҡ һайлау округы буйынса депутат итеп һайлана[1].
1971 йылда[2]"«Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә[3].
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Страница 404
- ↑ Ж — Газпром нефтехим Салават 2016 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ж — Газпром нефтехим Салават 2016 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған.